Һалым күләмен нисек ҡайтарырға?

Тотоп ҡалынған һалым аҡсаһын ҡайтарыу буйынса ниндәйҙер яңылыҡтар бар, ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

Асыҡ студия
Һалым күләмен нисек ҡайтарырға?
Асыҡ студия

Студия эксперттары - Башҡортостан республикаһы һалым инспекцияһы инспекторҙары Ләйсән Кәримова һәм Вадим Булатасов.

 

Ләйсән Кәримова:

 

- Һалым Кодексының  224 статьяһы буйынса һәр физик шәхес эш хаҡы йәки килем ала икән, унан 13 процент һалым түләргә бурыслы. Һалым күләмен уҡыуға, медицина хеҙмәтләндереүенә, фатир алыуға сарыф ителгән аҡсаның һалым базаһын кәметеп, ҡайтарып алыу мөмкинлеге бар. Үҙеңдең “шәхси кабинет”ыңды булдырып, Интернет селтәре аша һалымдарыңды күҙәтеп барырға ла була. 

 

 

Вадим Булатасов:

 

- Тәү сиратта, һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итеү мотлаҡ. Бында белдереү ҡағыҙын алыр өсөн ғариза тултыраһың. Һәм бер айҙан һуң, инспекциянан ошо ҡағыҙ бирелә. Уны эш урынында бухгалтерияға алып барып ,шуның нигеҙендә ҡайтармаларҙы алып була. Был беренсе төрө булһа, икенсеһе, мәҫәлән, 2014 йыл өсөн 2015 йылда декларация төҙөп, һалып инспекцияһына килтерергә була. Ул йылына бер тапҡыр ҡайтарылған аҡсаны алыу мөмкинлеген бирә.

Күп осраҡта халыҡ үҙ хоҡуғын белмәй. Ҡала ерҙәрендә йәшәгәндәр кеүек үк ауылда йорт төҙөүселәр ҙә һалым күләмен ҡайтара ала. Бының өсөн төҙөлөш барышында квитанцияларҙы һаҡлап барырға кәрәк. 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ