Башҡортостан - Силәбе дуҫлығы нығына

 

Асыҡ студия
Башҡортостан - Силәбе дуҫлығы нығына
Асыҡ студия

Башҡортостан ут күршеләре менән бәйләнештәрҙе нығыта. Кисә республикаға Силәбе өлкәһе делегацияһы килде. Уны губернатор Борис Дубровский етәкләй.

Ике төбәк араһында эшлекле мөнәсәбәттәр 1997 йылдан ике яҡлы һөйләшеүҙәр нигеҙендә алып барыла. Иҡтисадтың төрлө тармаҡтары буйыса тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. 2013 йыл һөҙөмтәләре буйынса, Силәбе өлкәһе Башҡортостандағы тауар әйләнеше буйынса ил төбәктәре араһында икенсе урында торған. Уның күләме 30 миллиардтан ашыу.

Республиканан күрше төбәккә дизель яғыулығы, мазут, ҡатырға, ҡағыҙ, сода, минераль ашламалар, автомобиль бензины, шарап-араҡы продукцияһы, ит һәм һөт ризыҡтары сығарыла. Ә Силәбе беҙҙе ҡорос торбалар, төҙөлөш материалдары, йөк автомобилдәре, аҙыҡ-түлектән – үҫемлек майы, он һәм ярмалар менән тәьмин итә.

Ике төбәк араһында туризм һәм шифахана-курорт комплексы өлкәһендәге бәйләнештәр ҙә әүҙем үҫешә. Әбйәлил районында "Ғаилә ялы" йорто һалынды. Был үҙенсәлекле проект тамамланыу алдында тора. 2012 йылда ошо проект сиктәрендә “Динозаврҙар паркы” асылды. Ҡунаҡхана, кафе, бассейн төҙөлдө. Яҡын арала саңғы трассаһы, аэродорм, медицина пункты һәм балалар баҡсаһы барлыҡҡа киләсәк. Республика һәм Силәбе өлкәһе эшҡыуарҙарының инвестиция эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә, Урал арьяғында һәм төньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙә байтаҡ эш урындары һаҡланып ҡалды, 200 самаһы яңы хеҙмәт урыны булдырылды.

   Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте һәм Силәбе өлкәһе Хөкүмәте араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ул күршеләр араһында хеҙмәттәшлек даирәһен тағы ла киңәйтергә мөмкинлек бирә. Иҡтисади, фәнни, социаль һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе яңы кимәлгә күтәреүгә нигеҙ булып тора.

Хәҙер Өфө һәм Силәбе араһында радиокүпер булдырабыҙ.

 

Тапшырыуҙа Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге хеҙмәткәре, “Уралым” газетаһының баш мөхәррире Нурия Иҡсанова, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе, Башҡортостан Яҙыусылар Союзы ағзаһы Ҡамса Мортазин һәм Силәбе йәштәре Иттифағы ағзаһы, Силәбе дәүләт университеты студенты Динис Ғүмерҙәҡов ҡатнаша. 

 

Нурия Иҡсанова:

 

- Силәбе башҡорттарының тарихы аҙ өйрәнелгән. Һалйот, таҙлар ырыуы, Салауат тоҡомо әйле, табын башҡорттары йәшәй. Үҙ телен онотмаған башҡорттарҙың, әммә әйтеп үтергә кәрәк, күберәге оло быуынға ҡағыла. Һуңғы йылдарҙа башҡорт йәштәре берләшеп, төрлө саралар уҙғара. Күптән түгел Трехгорный “ябыҡ ҡала”һында факультатив курста башҡорт теле өйрәнелә башланы. Егерме йылдан ашыу Силәбе өлкә башҡорттары Ҡоролтайы ойошмаһы уңышлы эшләп килә. Башҡортостан менән өлкә араһындағы мәҙәни, сәйәси, иҡтисади бәйләнештәр нығына.

 

Ҡамса Мортазин:

 

- 2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу күрһәткестәре буйынса Силәбе өлкәһендә 160 меңгә яҡын башҡорт йәшәй. Иң күп башҡорттар йәшәгән ҡала Магнитогорск, Силәбе, шулай уҡ Арғаяш, Ҡоншаҡ райондары. Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу программаһы уҙған быуаттың  90-сы йылдарында көслө үҫеш алды. Бөгөнгө көндә өлкәнең егерме ете мәктәбендә башҡорт теле предмет булараҡ уҡытыла. Факультатив дәрестәр аша балаларҙы милли мәҙәниәткә ылыҡтырабыҙ, яҙыусылар менән осрашыуҙар ойошторола. Уҡытыу программаһы биш йылға бер үҙгәреү сәбәпле, теләгебеҙ беҙҙең өлкә Мәғариф министрлығы Башҡортостан Мәғариф министрлығы менән берҙәм эшләһен ине. Ярҙамға мохтажбыҙ. Яңы уҡыу әсбаптәре, методик ҡулланмалар етешмәй. Кадрҙар үҙебеҙҙең Силәбе дәүләт университетында әҙерләнә.

Киләсәктә лә Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан  республика араһындағы даими килешеү нигеҙендә бәйләнештәр нығыныр, офоҡтар киңәйер. Ғөмүмән, ут күршеләр һәр саҡ та берҙәм йәшәргә тейеш.

 

Динис Ғүмерҙәҡов:

 

- Йәштәре Иттифағы тарафынан тел өйрәнеү курстары алып барыла,  аҙнаһына ике-өс тапҡыр уҡытыла. Текстар яҙыу, әҙәби әҫәрҙәр уҡыу, бер-береһе менән диалог аша аралашыу һәм башҡа алымдар ҡулланыла. Йәштәребеҙ бик дәртле.Телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙеүгә лә үҙ өлөшөбөҙҙә индерәбеҙ.

 

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии