Башҡортостандың киләсәге - ТУРИЗМ

"Ирәмәл" тәбиғәт паркы Рус география йәмғиәте ойошторған конкурста аҡсалата грант отто. 650 мең һум аҡсаның "Урал батыр" эпосына нигеҙләнеп эшләнгән туристик маршрутты ойоштороуға тотоноласағы белдерелә.

Асыҡ студия
Башҡортостандың киләсәге - ТУРИЗМ
Асыҡ студия

 

Тапшырыуҙа Башҡортостан йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре Римма Ғәлиева ҡатнаша.

 

Римма Ғәлиева:

 

- Әле Башҡортостанда туризм тармағы ярала ғына башланы. Шулай ҙа мөмкинлектәр ҙур. Республикабыҙ тәбиғи ҡомартҡыларға бай, ошо эште ойошторор эшҡыуарҙарбыҙ ҙа етерлек.

Рус география йәмғиәте иң боронғо йәмғиәттәрҙең береһе. Быйыл ул үҙенең 170 йыллығын билдәләй. Йәмғиәт тарафынан бик күп экспедициялар ойошторолған, яңы ерҙәр асылған. Башҡортостан буйлап та байтаҡ сәйәхәттәр ойошторолған, тарихи-этнографик эҙләнеүҙәр уҙғарылған. Мәҫәлән, Учалы районында билдәле сәйәхәтсе Сергей Рыбаков етәкләгән төркөм йөрөп, йыр-моң яҙып алып, Мәғәфүр Бәшировтың 132 йыры нотаға һалынған. Беҙҙең Башҡортостан буйлап әлегә тиклем бер генә лә туристик маршрут юҡ. Урал батырға һәйкәлде тәбиғәт үҙе ҡуйған. Ә кешеләр тарафынан Урал батырға ҡарата нимәләр эшләнгән? Башланғысты Учалылар үҙ ҡулына алды. Туҡталыш уңайлыҡтары булдырылды. Ҡая башына батырыбыҙҙың ике метрлыҡ хәнйәрен ҡуйҙыҡ. Әлегә ике туҡталыш булһа, артабан уларҙың һанын бишкә еткерергә ниәтләйбеҙ.

Рус география йәмғиәте аҡса  бүлгәс, беҙ ифрат ҡыуандыҡ. Артабан бар хыялдарҙы тормошҡа ашырырға ғына ҡала.

 

Фото №1 - Башҡортостандың киләсәге - ТУРИЗМ
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Асыҡ студия
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы
Асыҡ студия
УРТА БУЛҺА ЛА ЮҒАРЫ, ЯНАМАЙ УҒА ЮҒАЛЫУ
УРТА БУЛҺА ЛА ЮҒАРЫ, ЯНАМАЙ УҒА ЮҒАЛЫУ
Асыҡ студия
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ