Физкультура һәм спорт - сәләмәт йәшәү күрһәткесе

Бөгөн спорт һәм һаулыҡ темаһына һөйләшеүҙәрҙе күп алып барабыҙ. Тик уларҙы берләштереп фекер йөрөткәндәр һирәк, айырыуса ябай халыҡ араһында. Йә һаулыҡты ғына ҡарайбыҙ, йә спорт менән һөнәри кимәлдә шөғөлләнәбеҙ. Пропаганда етмәйме, ваҡыт етмәйме, көрсөк ваҡытында уның ҡайғыһы юҡмы әле?

Асыҡ студия
Физкультура һәм спорт - сәләмәт йәшәү күрһәткесе
Асыҡ студия

 

Тапшырыуҙа Республика физкультура-дауалау диспансерының көндөҙгө стационар бүлеге етәксеһе, табип-невролог Сәриә Камалетдинова ҡатнаша. 

 

Сәриә Камалетдинова:

 

- Хәҙерге заманда кеше күберәк транспортта йөрөүҙе хуп күреп, аҙ хәрәкәтләнә. Был, әлбиттә, беҙҙең сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир итмәй. Яҙ кешелә хәлһеҙлек, организмда витаминдар етешмәү күҙәтелә. Был осраҡта иммунитетты күтәреү зарур. Ҡан тамырҙары ныҡ булһын өсөн аскорбин кислотаһы, гөлйемеш төнәтмәһе эсергә кәрәк.

Физкультура-дауалау диспансеры табиптары халыҡ араһына сығып лекциялар уҡый, сәләмәт тормошто пропагандалай.

Беҙгә төрлө травма алыусылар күберәк мөрәжәғәт итә, табип йүнәлтмәһе буйынса киләләр. Гимнастика ысулдарын ҡулланыу тиҙерәк һауығыуға килтерә.

Киләсәктә беҙҙең диспансерға Хөкүмәт тарафынан иғтибар нығыраҡ булһын ине. Заманса яңы ҡорамалдар, белегестәр етешмәй. Был йәһәттән эшләйһе эштәр бар әле .Бар хеҙмәтебеҙ - кеше сәләмәтлеген ҡайғыртыу.

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
Акции БСТ