Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында үҙәккә сыҡҡан мәсьәләләр

 Бөгөн Өфөлә ижтимағи-сәйәси йәһәттән ифрат мәртәбәле сара - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышы уҙҙы, ә унан алда депутаттар алдында республика башлығы Рөстәм Хәмитов хөкүмәттең 2014 йылғы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында сығыш яһаны.

Асыҡ студия
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында үҙәккә сыҡҡан мәсьәләләр
Асыҡ студия

 

Тапшырыуҙа Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, уның мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова ҡатнаша.

 

Эльвира Айытҡолова:

 

- Әлбиттә, һәр бер өлкәлә проблемалар ҙа, ҡаҙаныштар ҙа бар. 2015 йылға ниндәй пландар ҡуябыҙ, ниндәй мөһим мәсьәләләрҙе үтәргә тейешбеҙ? Былар барыһы ла ошо ултырышта ҡаралды. Башҡортостан Рәсәйҙә ун көслө субъект исемлегенә инә. Иҡтисадтағы кире күренештәр барлыҡ илгә лә ҡағыла. Унан сығыу юлдарын эҙләйбеҙ. 

Мине борсоған һорау мәғариф тармағына бәйле. Һуңғы йылдарҙа балалар баҡсалары төҙөлә. 2016 йылда 3 йәштән 7 йәшкә тиклем балалар араһында сират бөтөнләй юҡҡа сығырға тейеш.  Һәм Рәсәйҙең барлыҡ субъекттары алдында шундай бурыс ҡуйыла – мәктәптә уҡытыуҙы бер сменаға  ҡалдырыу.  Республика башлығы Рөстәм Зәкиев оптимизация мәсьәләләренә туҡталды. Был бигерәк тә ауылдарҙа балалар һаны кәмеп, мәктәптәрҙең бушап ҡалыуына бәйле.

Адреслы инвестицион программа хаҡында ла һүҙ барҙы. Төҙөлөшкә шәхси аҡсаларҙы йәлеп итеү күҙ уңында тотола.

Эш хаҡына, социаль йөкләмәләргә килгәндә, бюджет өлкәһендә эшләүселәргә улар һаҡланып ҡаласаҡ. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтына килгәндә, Рәсәйҙә ун меңгә яҡын эксперт эшләп килә. Май указдарының үтәлеше тикшерелә. Әйтеп үтергә кәрәк, бөгөн парламентҡа 20 йыл. Барыһын да ошо байрам менән ҡотлап, уңыштар теләйем.

Фото №1 - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында үҙәккә сыҡҡан мәсьәләләр
Замансалыҡ — тарихилыҡты тотоу ҙа ул
Замансалыҡ — тарихилыҡты тотоу ҙа ул
Асыҡ студия
Экология мәсьәләләре. Яңы закондар.
Асыҡ студия
Бурысҡа тиң хоҡуҡ
Бурысҡа тиң хоҡуҡ
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями