Башҡортостанда ваҡытлы матбуғат баҫмаларының тиражы кәмемәгән. 2014 йылда илебеҙҙә Рәсәй почтаһына дәүләт субсидиялары ҡыҫҡартылыу һөҙөмтәһендә, газета һәм журналдарға хаҡ артты. Был иһә айырым төбәктәрҙә матбуғат сараларына яҙылыусылар һаны кәмеүгә килтерҙе.
Программала “Киске Өфө” газетаһының баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева ҡатнаша.
Гөлфиә Янбаева:
- Беҙҙең баҫманы алдырыусылар һаны 6 меңдән кәмегәне юҡ. Газетаны балалар ҙа, йәштәр ҙә уҡый. Ә шулай ҙа төп уҡыусылар булып зыялылар торалыр.
Һуңғы йылдарҙа кеше әҙер мәғлүмәткә өйрәнеп китте. Былар телевизор һәм радио аша килә, уҡып торорға ла түгел. Ташҡа баҫылғанды уҡығанда фекерләү ҡеүәһе лә арта. Элек газетаға яҙылыу осорон һәр кимәлдәге етәксе көтөп тора торғайны. Бөгөн матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында бары тик редакциялар үҙҙәре генә эшләй кеүек.
Административ ресурстар был эшкә ҡушылып бармай.
“Рәсәй каталогы”на инеүгә ҡарамаҫтан, күрше өлкәләрҙә, башҡа сит тарафтарҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙ бары Интернет-баҫма аша ғына беҙҙең газета менән таныша ала. Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең газета һәм журналдарға яҙылайыҡ!
1 апрелгә тиклем арзаныраҡ хаҡҡа яҙылыу мөмкинлегәнән ситтә ҡалмағыҙ.