Еребеҙҙең үҙ хужаһы булайыҡ!

Бөгөн үҙәктә ауыл хужалығы булыр.  Сөнки дөрөҫ  булыр: ауылһыҙ ҡала ла юҡ ул. Уға дәүләттең дә, йәмғиәттең дә иғтибары ла, ихтирамы ла, күпме генә артмаһын, артыҡ арта алмайҙыр бит…  

Асыҡ студия
Еребеҙҙең үҙ хужаһы булайыҡ!
Асыҡ студия

"Яҙғы баҫыу эштәре" тип дөйөмләштерелгән оло ғәмәл алдындабыҙ. Ни сәскәнбеҙ, шуны урырбыҙмы?  Орлоҡ етешәме? Иң мөһиме - аҡса табылдымы?

Программала Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин  ҡатнаша.

 

Азат Йыһаншин :

 

- Быйылғы яҙғы баҫыу эштәре еңелдән түгеллеге алдан уҡ күренә ине. Илдәге көрсөк, хаҡтар күтәрелеүе быға үҙ йоғонтоһон яһаны. Республика буйынса ауыл хужалығына ҡаралған  7 млрд. һум аҡса  ҡала. Беҙҙең һәр районда штаб ойошторолған.  Улар хужалыҡтарға ниндәй ярҙам кәрәк, шуны асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.  Бөгөнгө көндә “Россельхозбанк”тан 23 процент менән кредит бирелә. Шуларҙың 16,5-тән 17,5 процентҡа тиклеме субсидиялана. Аҙыҡ-түлек етештергән,  эшкәрткән ойошмалар үҙҙәре кредит алып, хужалыҡтарға аванс биреү кеүек алымдар ҡулланыу ҡаралған.  Шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш культураһына килгәндә гибрид сорттарҙы ҡулланғанда хаҡтарын көҙгә тиклем көтәсәккә бирергә була. Һәм үҙебеҙҙә етештерелгән минерал ашламалар буйынса килешеү төҙөлдө. 2012 йылдан Рәсәйҙә тормошҡа ашырылған программаның береһ -Грант. Башланғыс фермер программаһы нигеҙендә 1млн. 500 мең грант бүленә. Хужалыҡ ике йыл эшләгән булырға тейеш. Улар ауыл ерендә йәшәүсе йәш, урта белгес булыуы ихтимал. Республика буйынса ер биләмәләренә килгәндә 40-50 процент һөрөнтө ерҙәр иген культураһы үҫтереүгә, ҡалғандары мал аҙығына ҡаралған. Ауыл хужалығында яңы технологиялар ҡулланабыҙ. Еребеҙ ял да итергә, үҙен тулыландырырға ла тейеш.

Фото №1 - Еребеҙҙең үҙ хужаһы булайыҡ!
Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Асыҡ студия
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
Асыҡ студия
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Асыҡ студия
Уфимская волна
БАШКОРТТАР-БСТ