Яҙғы ташҡын көслө булмаясаҡ

Быйыл ташҡын ниндәй кимәлдә булыр? Ташҡынға ҡаршы ниндәй саралар күрелә? Республиканың ҡайһы төбәктәрендә һыуға бәйле проблемалар бар? Ошо көнүҙәк һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ.

Асыҡ студия
Яҙғы ташҡын көслө булмаясаҡ
Асыҡ студия

 

Тапшырыуҙың эксперты - Ағиҙел һәм Яйыҡ йылғаларындағы һыу объекттары мониторингы буйынса федераль дәүләт учреждениеһының һыу хужалығы системаларын күҙәтеү бүлеге етәксеһе Әхтәм Ғәббәсов.

 

Әхтәм Ғәббәсов:

 

- Синоптиктар фаразлауынса, Башҡортостан территорияһында ерҙең көҙгө осорҙа дымланыуы нормаға яҡын булды. Боҙ ҡалынлығы нормаға ҡарағанда 15-20 сантиметрға кәмерәк. Яҙғы ташҡын ваҡытында боҙ тығылыуы аҙыраҡ буласаҡ. Бәләкәй йылғалар 10-15 апрелгә тиклем күтәреләсәк. Ә ҙур йылғаларҙың апрель аҙағынан 5 майға тиклем күтәрелеүе көтөлә. Былтырғыға ҡарағанда, һыу кимәле түбәнерәк буласаҡ. Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһы 530 сантиметрҙан 630 сантиметрға тиклем күтәрелер тип көтөлә.

Ташҡын ваҡытында махсус ҡотҡарыу бригадалары һәр саҡ әҙер. Боҙ тығындары килеп сыҡҡан осраҡта, район хакимиәте уларға команда бирә. Улар иһә йылғаларҙа шартлатыу эштәре алып бара.

Стәрлетамаҡ эргәһендәге, шулай уҡ Дим йылғаһы буйында урынлашҡан баҡсаларҙың һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал.

Яҙғы ташҡын яҡынлашыу менән һыуһаҡлағыстар һыу ташлай башлай. Бөгөнгө көнгә Павловка һыуһаҡлағысы - 82, Нөгөш 86 процентҡа бушатылған.

Яҙғы ташҡындың иң көслө мәлендә улар тулыландырыла.

Эсер һыуҙар таҙартылып тора, уларҙың составы һәр саҡ күҙәтеү аҫтында. Элек һыу күпләп хлорланһа, хәҙер ультрафиолет нурҙары ярҙамында вирустар юҡҡа сығарыла, йәғни һыу зарарһыҙландырыла.

Яҙғы ташҡын бар бәләләрҙе алып китһен, еребеҙ дымға туйынһын!

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями