Республика баҫмаларын ниндәй яҙмыш көтә?

   Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса республика агентлығының баҫма киң мәғлүмәт саралары бүлеге етәксеһе Фирҙәүес Әхмәтйәнова менән Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.

Асыҡ студия
Республика баҫмаларын ниндәй яҙмыш көтә?
Асыҡ студия

 

Фирҙәүес  Әхмәтйәнова:

 

- Заманға ярашлы, үҙебеҙҙең конкурентлыҡ тураһында уйлар кәрәк. Һәр баҫманың матди үҙаллығын нығытыуҙы ла, сығымдарҙы кәметеүҙе лә күҙҙә тотоп, республикалағы дәүләт ҡарамағындағы 103 киң мәғлүмәт предприятиеһы иҡтисади һөҙөмтәһе юғары булған бер дәүләт унитар предприятеһына - "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортона берләштерелде. Һәр баҫма һаҡланып ҡалды. Штат ҡыҫҡартыуһыҙ булмай, бында хеҙмәткәрҙең эшлекле сифаттары, һөҙөмтәле эшләй белеүе иҫәпкә алынырға тейеш. Бөтөн редакцияларҙа 10 процентҡа ҡыҫҡартыу үткәрелһә лә, ул әллә ни ауырлыҡ һалманы, сөнки ҡыҫҡартыуға эләккәндәргә аҡса табыу йәһәтенән бүтән мөмкинлектәр тыуҙырыла.

   Ваҡытлы баҫмаларҙы электрон форматҡа күсереүгә килгәндә, ул уҡыусының талабы буйынса эшләнә. Беҙҙә ундай тәжрибә бар: "Һәнәк" журналының рус телендәге "Вилы" баҫмаһы хәҙер электрон форматта донъя күрә. "Молодежная" газетаһының да электрон подпискаһы байтаҡ. Благовещендағы "Панорама" газетаһының электрон версияһын алдырыусылар һаны 800-ҙән ашҡан.  Был юҫыҡта эш алып барыла.

     1 апрелдән икенсе ярты йыллыҡҡа матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды. Газета-журналдарға яҙылыу мәсьәләһенә килгәндә, икенсе ярты йыллыҡта тираждар ғәҙәттә кәмей, ләкин ныҡ күпкә түгел. Рәсәй почтаһы ташламалар иғлан итте, ҡайһы бер баҫмаларға яҙылыу хаҡы 2014 йыл кимәлендә ҡаласаҡ. Халыҡҡа  яҙылыу мөмкинлеген һаҡлау маҡсатында газета-журнал редакциялары ла үҙ ташламаларын  ҡуя.

Альтернатив яҙылыу саралары ла ҡулланыла, мәҫәлән, газетаны редакцияға килеп алыу йә матбуғат киоскыһында, почта бүлексәһендә алдырыу. Газета-журналдарҙы халыҡҡа ваҡытында таратыу, еткереү мәсьәләһен хәл итеүҙе әле алып барылған үҙгәртеп ҡороуҙар яйға һалыр тип уйлайым. 

 

Фото №1 - Республика баҫмаларын ниндәй яҙмыш көтә?
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями