Яҙ, гормондар һәм яман сирҙәр...

Республика тире-венерология диспансерының венерик сирҙәр бүлеге етәксеһе Флүрә Зәйнулла ҡыҙы Төхфәтуллина менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмәләшә.

Асыҡ студия
Яҙ, гормондар һәм яман сирҙәр...
Асыҡ студия

 

   Флүрә Төхфәтуллина:

 

- Енси юл менән күскән сирҙәрҙең зыяны бик ҙур. Улар түлһеҙлеккә килтерә, шул арҡала демографияны ҡаҡшата. Хатта ауырға ҡалғанда ла, сирле ҡатындың балаһына ҡарында уҡ үлеү йә сирле булып тыуыу ҡурҡынысы янай. Ваҡытында дауаланмағанда, яман сирҙәр инвалидлыҡҡа ла, бүтән ауырыуға ла килтереүе бар. Баш мейеһе, аяҡ-ҡулдар, йөрәк, бауыр, бөйөр һ.б. ағзалар зыян күрә. Яман сирҙәрҙе күпселектә еңел холоҡло, еңел тормош алып барған кешеләр тарата. Уны йоҡторғанын йә сирләгәнен оҙаҡ ваҡыт белмәүҙәре лә мөмкин. Беҙҙең дауахана пациенттарының күп өлөшө - йәштәр, 18-40 йәшлек кешеләр. Студенттар, хатта мәктәп уҡыусылары дауалана, 13-14 йәшлек балалар ҙа осрай, уларҙы, ғәҙәттә, ата-әсәләре килтерә.

Уҡыу йорттарына, мәктәптәргә йөрөп, йәштәр менән аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Ата-әсәләре менән бергә ҡайһы саҡта 2-3 йәшлек балаларҙы ла дауаларға тура килә, сөнки улар сирҙе йә әсә ҡарынында, йә ғаиләлә тормош-көнкүреш шарттарында йоҡтора.

Яман сиргә тарымауҙың төп сараһы - тәртип тотоу, аҡыл менән йәшәү, һаҡланыу сараларын ҡулланыу. Ә сирләгәнһең икән йә шул турала шик тыуыу менән, мотлаҡ табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Беҙҙә тикшеренеү ҙә, дауаланыу ҙа бушлай атҡарыла.

Бындай сирҙән үҙ белдегең менән дауаланырға ярамай, ул түлһеҙлеккә, эске ағзаларҙың зарараланыуына килтерә. Оялыу, ҡурҡыу арҡаһында сирҙәрен йәшергәндәр ҙә һирәк түгел бит, шуға аноним тикшеренеүҙәр ҙә үтергә мөмкин, беҙ ярҙам итергә һәр саҡ әҙер һәм тейешбеҙ. Медицинала сер асылмаһын өсөн бөтөн саралар ҙа ҡаралған. Бурысын йәшергән - бөлгән, сирен йәшергән - үлгән, тигән халыҡ аҡылын һәр саҡ иҫтә тотоу урынлы.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
Акции БСТ