Коммерсантҡа ҡайҙа уҡыталар?

Өфө Эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжы уҡытыусыһы Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмәләшә. 

Асыҡ студия
Коммерсантҡа ҡайҙа уҡыталар?
Асыҡ студия

 

Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова: 

 

- Өфө  Эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжы - күп тармаҡлы, күп йүнәлештәге инновацион белем биреүсе  урта махсус уҡыу йорто. Төп йүнәлештәре - тауар әйләнеше белгесе, һатыусы, контролер-кассир, коммерция белгесе,   баҡса-парк  ландшафт төҙөлөшө, реклама агенты. Белем сифаты һәм эшкә урынлашыу күрһәткестәре буйынса колледж республикала иң яҡшы ун уҡыу йорто иҫәбендә. Урта һөнәри белемдән тыш, студенттарыбыҙ  өҫтәмә профессиональ әҙерлек алыуы мөмкин. Өр-яңы компьютер кластары, заманса технологиялар менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. Спорт секциялары эшләй, айырым тренажер залы, яңы саңғы базаһы, бассейн бар. Ситтән килгән студенттар ятаҡта йәшәй.

Коммерсант булырға  теләүселәр беҙгә уҡырға килә. Уға  бөгөн талаптар ныҡ артты. Буласаҡ коммерсант төплө белем генә алып ҡалмай, үҙаллылыҡҡа өйрәнә. Хәҙерге заманда инновацияларға асыҡ булыу, командала эш итеү,  белемеңде  тормошта ҡуллана белеү  мөһим. Коммерсантҡа хәҙерге заман эш баҙарында һорау ҙур. 

23 апрелдә һәм 14 майҙа Асыҡ ишектәр көнө үткәрәбеҙ. Ҡабул итеү комиссияһы эшләй, уның телефоны: 246-52-19. 

 

  

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Акции БСТ
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии