"Сәләмәт ғаилә" медицина үҙәге сәләмәт булырға ярҙам итер

“Сәләмәт ғаилә” медицина үҙәге етәксеһе Зилә Рөстәм ҡыҙы Аксёнова менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.

Асыҡ студия
"Сәләмәт ғаилә" медицина үҙәге сәләмәт булырға ярҙам итер
Асыҡ студия

 

   Зилә Аксёнова:

 

- Беҙҙең үҙәктәге белгестәрҙең һәр береһе ярты йыл һайын белемен камиллаштырып тора. Үҙем был юлы Мәскәүгә барып, Израилдән килгән массаж оҫтаһы Яков Гершковичтан биткә яһай  торған  һылауға өйрәнеп ҡайттым. Ошо массаж хатта пластик операцияларҙы алыштыра, битте йәшәртеү көсөнә эйә.  Ул тире туҡымаларына тәрән үтеүсе "скульптура буккаль" массажы тип атала, профессиональ телдә әйткәндә.  Тәүҙә биттән алып  муйын һәм күкрәккә  тиклем  тирегә тышҡы яҡтан яһала ла, аҙаҡтан стериль бирсәткәләр кейеп, ауыҙ ҡыуышлығынан да һылайҙар. Был осраҡта ул бит-йөҙ матурлығынан тыш, тештәргә лә файҙалы. Өфөлә бындай массажды беҙҙең үҙәктән тыш тағы тик бер салонда ғына эшләйҙәр. Әле был массаж төрөнә ташламалар бар. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырыуса күп төр массаж, бүтән процедуралар тәҡдим  итәбеҙ.

Яҙ  көнө  авитаминоз, йоҡо туймау күҙәтелә. Шул саҡта массаждың  ярҙамы ҙур. Ай ярымлыҡ балаларға ла массаж,  гимнастика эшләйбеҙ. Сабыйға 1 йәш тулғанға тиклем өс курс алғанда, улар тиҙ нығына, физик һәм аҡыл үҫеше күҙгә күренеп алға бара.    

Әле өлкәндәр һәм балалар өсөн 20-40 процент ташламалар дауам итә. Беҙҙә остеопат һәм висцераль терапевтҡа күренә алаһығыҙ. Умыртҡа бағанаһы, бүтән һөйәктәр ауыртһа, эске ағзаларығыҙ түбәнәйһә, был  белгестәргә күренеү мотлаҡ файҙаһын бирер.

Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1.

Телефондарыбыҙ: 8-919-60-33-757, 25-11-727. Беҙҙең үҙәк йәкшәмбе генә ял итә. Эштән һуң килеп тә, һаулығығыҙҙы нығытырға, ял итергә мөмкин. "Сәләмәт ғаилә" үҙәге иртәге туғыҙҙан 21 сәғәткә тиклем эшләй. Рәхим итегеҙ!

 

 

 

Фото №1 - "Сәләмәт ғаилә" медицина үҙәге сәләмәт булырға ярҙам итер
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ