Интернет шиғриәт үҫешенә булышлыҡ итәме?

Шағирә, “Йәшлек” газетаһы хәбәрсеһе Гөлнур Ҡыуатова менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.

Асыҡ студия
Интернет шиғриәт үҫешенә булышлыҡ итәме?
Асыҡ студия

 

Гөлнур Ҡыуатова: 

 

- 4 йыл элек   “Бәйләнештә” социаль селтәрендә төркөм асып, шиғырҙарымды уҡыусылар хөкөмөнә сығара башланым. Хәҙер  үҙемдә  үҫеш тоям. Тәүге шиғырҙарым сейле-бешлерәк булған икән, ә бөгөн шиғриәттең, һүҙҙең ҡеүәтен аңлар кимәлгә еттем тип уйлайым. "Китап" нәшриәтендә шиғри йыйынтығым баҫылып сығыуында ла ыңғай һөҙөмтә күрәм. Интернет аша ижадымды үҙ итеүсе 7 меңгә яҡын рухташ таптым. Йырҙар яҙыла минең шиғырҙарға, уларҙы интернетта уҡып, композиторҙар ижади хеҙмәттәшлеккә сыға. Өлкән быуын шағирә апайҙар үҙ фекерҙәрен әйтеүе ҡыуаныслы.  

- Билдәле шағирә яҙа: “Интернет селтәре сүп-сар, сейле-бешле шиғырҙар менән тулып китте. Әҙәбиәттең бәҫе китте”. Бындай тәнҡиткә ҡарашығыҙ нисек?

 

- Был фекер менән әллә ни килешмәйем. Заман технологияларын ҡулланып, һәр ижадсы үҙ уҡыусыһын таба  ала. Ә уҡыусының һайлау мөмкинлеге бар бит, ул хатта  тағы ла нығыраҡ иркенәйә. Үҙем өсөн дә интернет аша күп исем астым. Хатта  интернет мөмкинлектәре булмау арҡаһында заманында башҡорт әҙәбиәтенең күп таланттары юғалып та ҡалғандыр тигән уйҙамын. Кемдер шиғыр яҙа икән, һәр кемгә газета-журнал биттәрендә лә, интернет киңлектәрендә лә урын табыла. Ә  ысын әҙәбиәткә, ысын шиғриәткә ваҡыт баһа бирә. Халыҡ бөгөн шағир һүҙен көтә барыбер. Үҙемә килгәндә, төп хеҙмәтем журналистикаға арналырға тейеш, тип уйлайым.

22 апрелдә район үҙәге Иҫәнғолға Әҙәбиәт йылы айҡанлы әҙерләнгән "Тик һөйөүҙән тора йөрәгем" исемле программа менән ҡайтабыҙ. Унда минең шиғырҙарға яҙылған йырҙар яңғыраясаҡ. Яҡташтарымды ихлас күңелдән осрашыуға саҡырам.

 

Фото №1 - Интернет шиғриәт үҫешенә булышлыҡ итәме?
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Пенальти