"Башҡорт энциклопедияһы"ның II томы донъя күрҙе

Беҙҙә ҡунаҡта - "Башҡорт энциклопедияһы" ғилми-нәшриәт комплексының баш мөхәррир урынбаҫары Азат Ярмуллин һәм тәржемә бүлеге етәксеһе Гөлназ Кәбирова.

Асыҡ студия
"Башҡорт энциклопедияһы"ның II томы донъя күрҙе
Асыҡ студия

Ошо көндәрҙә "Башҡорт энциклопедияһы" ғилми-нәшриәт комплексында яңы баҫманың исем туйы уҙҙы. Өфөлә, Революция урамында, урынлашҡан ошо атамалы предприятие шул иҫәптән тап ошо ике һүҙҙән торған күп томлы баҫма ла сығара. Тәүге бер томлығы нәшерләнгәненә 20 йыл үтеп бара. Унан һуң рус телендә ете томлыҡ баҫылды. Ә бер нисә йыл элек уларҙы башҡортсаға тәржемәләү эше башланды, һәм былтыр ҡулға беренсе томын алып ҡыуандыҡ та. Быйыл  сыҡҡан икенсе томының исем туйы китап, ғилем, нәшер туйы булды.

"Башҡорт энциклопедияһы", ябайлаштырып әйткәндә, һүҙлек тә, дәреслек тә, тарихи әсбап та. Оҙаҡ йылдар, бик күп ғалимдар тарафынан башҡарылған ҙур хеҙмәт. Тәржемәнең ни тиклем мөһим, кәрәк икәнен, уның телде үҫтереүҙәге әһәмиәтен атау менән генә лә белдереп булалыр...

 

Гөлназ Кәбирова:

 

Был энциклопедия -  башҡорт телендә донъя күргән ғәжәйеп бай мәғлүмәтле универсаль баҫма. Киләһе быуындарға мираҫ булып ҡалырлыҡ хеҙмәт. "В" - "И" хәрефтәренә башлаған 2900-ҙән ашыу мәҡәлә, 630-лап иллюстрация, шулай уҡ географик карталар һәм бүтән мәғлүмәт тупланды.

 

Азат Ярмуллин:

 

Был еңел эш түгел. Тәржемәсе булараҡ, быны үҙегеҙ ҙә яҡшы аңлайһығыҙ. Сөнки бөгөн ҡайһы бер мәҡәлә һәм терминдарҙы, миҫалға, химия һәм математика буйынса мәҡәләләрҙе  тәржемә итеү хәҙерге башҡорт телендәге  күп кенә мәсьәләне асып һала. Быға тиклем был өлкәлә беҙҙең телселәр эшләмәүе күренә. Һүҙлектәр юҡ, шуға ошо энциклопедияны тәржемәләү буйынса эш локомотив һымаҡ бара, байтаҡ проблемаларыбыҙҙы асыҡланы башҡорт телен үҫтереүгә бәйле .

 

Гөлназ Кәбирова:

 

Сайтта V томға тиклем мәҡәләләр ҡуйылды, уларҙы яңыртыу, өҫтәмә материалдар  менән тулыландырыу бара. Әлеге ваҡытта VI томды тәржемә итеү менән мәшғүлбеҙ. III том әле версткала. Яҡын киләсәктә был томдар донъя күрер тип ышанабыҙ.

 

Рәсүл Сәғитов: Энциклопедия төҙөүҙең сәйәси, идеологик яғы бармы?

 

Азат Ярмуллин:

 

Энциклопедия иделогиянан азат булырға тейеш, уның төп бурысы-мәғлүмәт биреү. Шуның өсөн, билдәле вазифаға эйә кеше, халыҡҡа, йәмғиәткә  ниндәйҙер зыяны тейгән хәлдә лә, унда урын ала. Мәҫәлән, 30-сы йылдарҙа Башҡорт АССР-ы обкомы секретары булып эшләгән Заикин тигән кеше репрессиялар үткәреп киткән. Әммә республикабыҙ тарихына бәйле кеше булараҡ, уны энциклопедияға индерергә тейешбеҙ.

 

Тыңлаусыбыҙҙың һорауы: ни өсөн бөгөн йәшәп ятҡан шәхестәребеҙ буйынса мәғлүмәт шул килеш бирелә, ниңә уларға яңы мәғлүмәт өҫтәлмәгән?

 

Азат Ярмуллин:

 

Заман менән алға барабыҙ, электрон варианттарҙы һалабыҙ, интернетта энциклопедияның биш томы ла бар, һәр кем уны ҡарай ала. Мәғлүмәттәрҙе яңыртыу ҙа бара. Энциклопедияла ике төр мәҡәлә урынлаштырыла: биорафик һәм дәйөм мәҡәләләр. Дөйөм мәҡәләләрҙә проблемалар тыумай, ә әле иҫән шәхестәрҙең биографик белешмәләрендәге яңылыҡтарҙы сағылдырырға тырышабыҙ, әлбиттә. Ул актуалләштереү тип атала. Электрон вариантта улар күренмәй икән, тәғәйен эш бармай тигәнде белдермәй. 

 

Гөлназ Кәбирова:

 

Башҡортса сыҡҡан икенсе том руссаһына ҡарағанда тулыраҡ, сөнки беҙ унда яңылыҡтар өҫтәнек.

Беҙҙең халыҡ әле һәйбәт ҡағыҙҙа баҫылған энциклопедияны китап рәүешендә түгел, ә күберәге электрон версияһын ҡуллана бит?

 

Азат Ярмуллин:

 

Һис шикһеҙ, интернет заманында энциклопедияны электрон рәүештә ҡулланыу бик уңайлы. Барыбер ҙә электрон версия менән генә тыныслана алмайбыҙ. Шуға күрә ҡағыҙ баҫма рәүешендә лә өс мең дана сығарҙыҡ.

 

Гөлназ Кәбирова:

 

Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 55-се йортта урынлашҡан магазиныбыҙға мөрәжәғәт итегеҙ. Интернет продукциябыҙ менән Интернет-магазиныбыҙҙа танышырға мөмкин.

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
Пенальти