Тапшырыуҙа Дәүләт учреждениелары профсоюз ойошмаларының Башҡортостан буйынса етәксеһе Рәшит Харрасов һәм Башҡортостан профсоюздар федерацияһының социаль-гуманитар бүлеге етәксеһе Лидә Исәргәкова ҡатнаша.
Рәшит Харрасов:
- Республикала 650 меңдән ашыу профосоюз ағзаһы иҫәпәләнә, 1 миллион 740 меңдән ашыу эшләүсе өсөн был әҙ түгел. Иң беренсе сиратта беҙ хеҙмәт кешеһен яҡларға тейешбеҙ. Әлеге ваҡытта ҡыҫҡартыуҙар бара, 1 июлдән 51 райондың социаль тәьминәт комплекслы үҙәктәрендә 2500 кеше ҡыҫҡартыласаҡ. Шул ваҡытта профсоюз ойошмалары иғтибарҙан ҡалдырһа, был кешеләргә ауырға тура киләсәк. Уларға беҙ юридик йәһәттән ярҙам күрһәтергә тейешбеҙ.
Совет заманында төрлө наградалар алған ағай-апайҙар төрлө сәбәп буйынса хеҙмәт ветераны исемен ала алмағанда, беҙгә киләләр. Суд аша булһа ла уларға ярҙам итәбеҙ. Профсоюздар барлыҡа килеүенә 110 йыл, 90-сы йылдарҙағы үҙгәрештәрҙә беҙҙең профсоюздар яңырыу кисерҙе. Халыҡ элеккесә беҙгә килә, ветерандарға ла, йәш профсоюз ағзаларына ла асыҡбыҙ.
Граждандар йәмғиәтен ойоштороу мәсьәләһендә һәр ваҡыт эшләйбеҙ. Эшләгән кеше ярлы булырға тейеш түгел. Республикала йәшәү минимумы 7710 һум, ә минималь эш хаҡы - 6900 һум. Тимәк, һуңғыһын тәүгеһе кимәленә тиклем булһа ла күтәрегә кәрәк. Ә уртаса эш хаҡы - 24710 һум.
Санкциялар индерелеүгә һәм хаҡтар артыуға кеше ғәйепле түгел бит! Һуғышһыҙ һәм санкцияһыҙ лайыҡлы хеҙмәт өсөн көрәш бара хәҙер. Ләкин эшләгән кешене һәр саҡ яҡлап та булмай, сөнки байтаҡ кеше законға ярашлы эшләмәй, эш хаҡын конвертта алыусылар бар. Был күренештәр хеҙмәт баҙарында етди проблема тыуҙыра. Профсоюзға инмәүселәр ҙә күп, шуға күрә 320 меңләп кешене профсоюз яҡлай алмай.
Лидә Исәргәкова:
- Профсоюз ағзалары араһында йәштәр бик күп. Эшсе йәштәр ҙә, студенттар ҙа бар. Улар араһында ҙур эш алып барыла, форумдар, байрамдар ойошторола. Йәштәргә әлеге ваҡытта бик ауыр. Эш табыуы, эш булғанда, донъя көтөрлөк, бала ҡараралыҡ, фатир алырлыҡ яҡшы эш хаҡы булыуы кәрәк бит әле. Йәштәр араһында системалы рәүештә эш алып барыла.