«Рәсәй терәге» Бөтә Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан бүлексәһенең коммерция директоры Ләйсән Николаева менән Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.
Рәсүл Сәғитов:
- Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы ултырышында "Башҡортостан территорияһында һалым түләүҙең патент һәм ябайлаштырылған системаларын ҡулланыусы һалым түләүсе-шәхси эшҡыуарҙар өсөн һалым ставкаһын 0 процент күләмендә билдәләү тураһында" яңы закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Ташламалар кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың патент системаһы буйынса эшләгән 23, ябайлаштырылған система буйынса эшләгән 21 төрөнә ҡағыла. Ошо хәбәрҙе республика йүнселдәре нисек ҡабул итте?
Ләйсән Николаева:
- Күптәргә был тыныслыҡ бирмәй, күптәр һорауҙар менән килә, эшҡыуарҙар хатта йоҡоһон юғалтты. Быны эффект тип әйтергә мөмкин. Эшҡыуарлыҡты йәнkәндереүгә был закон проекты ҙур юл асты, минеңсә. Әлеге көрсөк мәлендә ҡыҫҡартыуға эләккән кешеләр өсөн ошо ташламалар яңы мөмкинлектәр аса. Яңы закон проектына дүрт йылға мораторий ҡабул ителеүе лә ышаныс өҫтәй.
Рәсүл Сәғитов:
- Эшҡыуарлыҡ тотош Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла әллә ни үҫешмәй. Дәүләт күпме ярҙам итһә лә шулай. Һеҙҙеңсә, ниңә?
Ләйсән Николаева:
- Менталитетыбыҙ шулай: барыһы ла насар, ауыр тип зарланыу йыш осрай, дәүләттән ярҙам өмөт итәбеҙ. Йәш йүнселдәр быуыны менән ошо ҡарашты үҙгәртербеҙ, тибеҙ. Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыуға байтаҡ сара ҡаралған. 90-сы йылдарҙа эшҡыуарлыҡ менән уңған, аҡыллы кешеләр түгел, ә күберәге көскә, уҫаллыҡҡа, яһиллыҡҡа таянғандар шөғөлләнде. Ә бөгөн йәштәрҙә үҙ эшен асыуға бәйле хәүефле уйҙарҙы, һағайыуҙарҙы таратыу, уларҙың күңелендә ышаныс тыуҙырыу кәрәк.
28 майҙа Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы үткәрергә йыйынабыҙ. Ул аҙналыҡ сиктәрендә үткәрелгән акциялар эшҡыуарлыҡты йәйелдереү, яңы конкурстар ойоштороу, бөгөн яңы мөмкинлектәрҙе файҙаланыу һәм башҡа мәсьәләләрҙе асыҡлауға булышлыҡ итәсәк.