Бурыстар һәм приставтар

 

Асыҡ студия
Бурыстар һәм приставтар
Асыҡ студия

 Башҡортостан Республикаһы Суд приставтары идаралығының матбуғат хеҙмәте белгесе Хәмит Әбүбәкиров менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмәләшә.

 

          Хәмит Әбүбәкиров:

  

   Хәҙерге ваҡытта сит илгә сығыусылар менән эш артты. Сөнки көндәр йылытыу менән, сит илгә ял итергә, эшкә барырға юлланыусылар күп. Әммә закон буйынса, хәҙер  10 мең һумдан ашыу бурысы булған шәхестәргә Рәсәйҙән сығыу тыйыла. Бурыстары арҡаһында сит илгә сығыу юлы ябылған кешеләр һаны йыл башынан 2 меңдән ашып китте.

   Алименттан ҡасыусылар, штрафтарын түләмәүселәр менән бик күп эшләйбеҙ. Рейдтар, халыҡ араһында закондарҙы һәм хоҡуҡтарҙы аңлатыу эше даими үткәрелә.

   Юл приставы тигән комплекслы аппарат барлыҡҡа килде.  ГАИ инспекторҙары, һалым инспекторҙары менән йыш ҡына рейдтар үткәреп торабыҙ. Был аппараттың хикмәте шунда, ул юлда килгән автомобиль хужаһының бурысы бармы-юҡмы икәнен машинаның номеры буйынса билдәләй ҙә, бурысты күрһәтһә, ГАИ хеҙмәткәре автомобилде туҡтата ла, суд приставы водителгә бурысы тураһында иҫкәртә. Күбеһе шунда уҡ түләү сараһын күрә. Ундай       рейдтарҙы йыш үткәрәбеҙ. Бурысы түләнмәһә, транспорт сараһына арест һалына йә бүтән сара ҡулланыла. Суд приставтары суд ҡарарын ғына үтәй.

    Беҙҙең идаралыҡтың сайты бар, унда инеп, һәр кем үҙенең һәм туған-таныштарының бурыстары тураһында белә ала.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии
БАШКОРТТАР-БСТ