Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәғит Ғәтиәт улы Ишбирҙин менән Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.
Рәсүл Сәғитов:
- Ил, донъя, прогрессив кешелек - ысын мәғәнәһендәге, ҙур хәрефтәр менән яҙылып, оло өндәр менән әйтелеп йөрөтөлөүсе Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына яҡын. Ошо көнгә, мөһимлеген, мәртәбәһен, дәрәжәһен билдәләргә телдә мәңге һүҙ еткеһеҙ тантанаға, яҡынлаған һайын йөрәктәребеҙ тағы ла тулҡынланыбыраҡ тибә, Ер шарын фашизм ҡоллоғонан азат иткән хөрмәтле яугирҙәребеҙгә рәхмәтебеҙ тәрәнәйә, тыл ветерандарына ихтирамыбыҙ көсәйә, илебеҙҙең үткәне өсөн ғорурлығыбыҙ арта, киләсәге өсөн яуаплылығыбыҙ нығый. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәғит Ғәтиәт улы Ишбирҙинды шул айҡанлы студияға саҡырҙыҡ. Быны төп байрам тантаналарынан алдараҡ башҡарырға булдыҡ, сөнки ул ошо көндәрҙә герой-ҡала Мәскәүгә юллана, ил йөрәгендә уҙасаҡ байрам сараларында ҡатнашырға Башҡортостан вәкиле булып бара.
Сәғит Ишбирҙин:
- Бик ҙур, ҡыуаныслы хис-тойғолар кисерәм, был беҙгә, ветерандарға ғына түгел, бар ил халҡына ҙур байрам. Тәүге Еңеү парады 1945 йылдың 24 июнендә үткәйне, шунан бирле йыл һайын ҡабатлана. Быйылғыһы бигерәк тә тантаналы, ҙур булмаҡсы.
Рәсүл Сәғитов:
- Һуғыш башланғанда Темәс педагогия училищеһының 2-се курсында уҡығанһығыҙ, шундуҡ, фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, хәрби комиссариатҡа барғанһығыҙ. Фашисты туҡмау теләге шулай көслө инеме?
Сәғит Ишбирҙин:
- Беҙҙе бала саҡтан уҡ илде яҡлау рухында тәрбиәләнеләр, илһөйрәлек тойғоһо ул ваҡытта бик көслө ине. Пионер, комсомол ойошмалары һәм ОСОАВИАХИМ ошо йүнәлештә эшләне. Китаптар, кинолар, йырҙар, газета-журналдар - барыһы ла Тыуған илебеҙҙе яҡлау рухында тәрбиәләне. Темәс педучилищеһында уҡығанда ла комсомол ойошмаһы әүҙем эш алып барҙы. 1942 йылда 24-се йылғы йәштәрҙе армияға оҙатҡанда, беҙ, 25-се йылғы дурт егет - Яҡупов Ғилман, Ҡотлоғужин Ильяс, Утарбаев Сафый һәм мин, иптәштәребеҙ менән бергә китәйек тип, военкоматҡа ғариза яҙҙыҡ. Тик беҙҙе кире борҙолар, үҙҙәре яңынан саҡырғансы, педучилищела уҡыныҡ. Армияға алынғас, Тоцк лагерында хәрби учениелар үтеп, 1943 йылда Брянск өлкәһендә артиллерия ғәскәрҙәре частарында элемтәсе булараҡ һуғышҡа барып индек. Белоруссия менән Польшалағы ҙур хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаштыҡ.
Одерға барып еткәс, беҙҙе Померания яғына күсерҙеләр. Берлин янында һуғышҡан частарына барып ҡушылырға ынтылған дошмандарҙы үҙебеҙҙең ут менән ҡаршыланыҡ, танк атакаларына ҡаршы тороп, унда бер ай буйы һуғыштыҡ. Һуғыша-һуғыша Балтик буйына барып сыҡтыҡ. Шундағы батырлыҡтар өсөн беҙҙең полкҡа Померания артиллерия полкы тигән исем бирелде. Берлинға 2 майҙа ингәйнек, 7 майға тиклем унда һуғышырға тура килде. Еңеү көнөн Берлиндың аръяғында ҡаршыланыҡ. Тыуған яҡҡа 1946 йылда ғына ҡайтырға насип булды. Мине илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү парадында ҡатнашырға саҡырғандары өсөн оло шатлыҡ кисерәм.
Һуғыш башланғанда беҙгә 15-16 йәш ине, үҙебеҙ илебеҙҙе яҡлайбыҙ тип атлығып торҙоҡ. Хәҙер йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү буйынса эш алып барыла, егеттәрҙең күбеһе армияға барыуҙан баш тартмауы бик дөрөҫ. Илде һаҡлау һәр кемдең изге бурысы, уны оноторға ярамай.