Баш ҡалабыҙ Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылай!

Ил, республика, ҡала, ауылдар, урамдар, хатта йорттар, һәр беребеҙ - байрам рухында был көндәрҙә. Бөйөк Еңеүҙең сираттағы юбилейы алдында булыуыбыҙ донъябыҙҙы яҡтырта, кәйефебеҙҙе яҡшырта, күңелдәребеҙҙе сафландыра.

Асыҡ студия
Баш ҡалабыҙ Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылай!
Асыҡ студия

 

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов менән Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.

 

Рәсүл Сәғитов:

 

- Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған саралар ҡалала байтаҡтан бирле бара ла инде. Ә әҙерлек бөтөнләй алда, былтыр уҡ башланды, тип аңлайбыҙ.

 

Сынтимер Баязитов:

 

- Бөйөк Ватан һуғышы Рәсәйҙәге, республикабыҙҙағы һәр ғаиләнең, һәр кешенең яҙмышында тәрән эҙ ҡалдырҙы. Шуға күрә Рәсәй халҡы өсөн был дата ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡала хакимиәте Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлекте 2014 йылда уҡ башланы. Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү буйынса ойоштороу комитеты төҙөлдө, ентекле саралар планы эшләнде.

 

Рәсүл Сәғитов:

 

- 22 апрелдә Георгий таҫмаларын таратыу башланғайны, был ҡасанғаса дауам итәсәк?

 

Сынтимер  Баязитов:

 

- 22 апрелдә Өфөлә генә түгел бөтөн республикала «Георгий таҫмаһы» таратыу буйынса акция башланды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар иҫтәлегенә арналған билдә - илһөйәрлек символы, оло һәм йәш быуынды берләштереү символы.

 

Рәсүл Сәғитов:

 

- Еңеү Паркында, Матросов һәйкәле янында һәм башҡа урындарҙа иртәгәнән башлап "Хәтер вахтаһы" башлана, тип белдерелгәйне, уға әҙерлек ни кимәлдә?

 

Сынтимер  Баязитов:

 

- Ҡалабыҙҙа “Хәтер вахтаһы” һәр йыл һайын үткәрелеп килә. 6 майҙан 9 майға тиклем хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре көстәре менән Еңеү Паркында, Матросов һәйкәле, Георгий Жуков һәм 112-се Башкавдивизия стелалары, “Ҡайғылы әсә” мемориалы янында вахталар уҙасаҡ.

 

Рәсүл Сәғитов:

 

- 8 майҙа Еңеү Паркында уҙасаҡ тантана бынан алдағыларынан айырыласаҡмы?

 

Сынтимер  Баязитов:

 

- Был көндө саралар баш ҡаланың Хәрби дан музейында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәренә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған миҙалдар тапшырыу тантанаһынан башланасаҡ. Артабан Еңеү паркында «Һуғыш беренсе биттәрҙә» тип аталған күргәҙмә асылыуы ҡаралған. Һуңынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай Рәйесе Константин Борисович Толкачев, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һаласаҡ. Артабан яуҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителә. Офицерҙар һәм курсанттарҙан торған байраҡсылар төркөмө тантаналы үткәндән һуң, төрлө министрлыҡтар, йәмәғәтселек вәкилдәре, депутаттар һәм ветерандар Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәленә, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ҡәберенә, Миңлеғәли Шайморатов менән Таһир Күсимов бюстарына сәскәләр һалыу ҡаралған.

 

Рәсүл Сәғитов:

 

- Еңеү Паркында һалдат бутҡаһы ашатыу планлаштырыламы?

 

Сынтимер  Баязитов:

 

- 9 майҙа күркәм йола буйынса Еңеү паркында күләмле байрам саралары уҙғарыу ҡаралған. Майҙандағы ялан кухняһында һалдат бутҡаһы, сәхнәлә урындағы сәнғәт оҫталары сығыштары планлаштырылған.

 

Рәсүл Сәғитов:

 

-Хәрби хеҙмәткәрҙәр, көс структуралары ҡатнашлығындағы, әйҙәгеҙ, уны, ябай итеп, парад тип атайыҡ, сара буйынса асыҡлыҡ бармы?

 

Сынтимер  Баязитов:

 

- Парад 9 майҙа Өфөнөң Ленин майҙанында сәғәт унда башлана. Байрамда мең ярым кеше ҡатнаша. Өфө халҡын һәм килгән ҡунаҡтарҙы  сағыу тамаша көтә.  Сәғәт 12.00 Дәүләт академия рус драма театры алдындағы майҙанда «Еңеү салюты!» Өфө ҡалаһы этабы гала-концерты ҡаралған. Дәүләт академия рус драма театры алдындағы майҙанда үткәреләсәк концерт программаһы сәғәт 23.00-кә тиклем дауам итә һәм һуңынан Еңеү көнө хөрмәтенә традицион фейерверк менән тамамланасаҡ. Фейерверк 20-25 минут дауам итәсәк.

 

Фото №1 - Баш ҡалабыҙ Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылай!
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Пенальти
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии