Кисә суд Салауат ҡалаһында йәшәүсе 64 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙы хөкөмгә тарттырҙы. Уға 30 меңлек штраф һалынды. Пенсионерҙың өйөндә 30 мең литр 96 процентлы этил спирты һәм алкоголь һаҡланғаны билдәле булды. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһының матбуғат үҙәге хәбәр итә.
"Айыҡ Башҡортостан" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйестәше Марат Абдуллин менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмәләшә.
Марат Абдуллин:
- Һәр районда, ҡалала кемдәрҙең иҫерткес эсемлек һатыуы билдәле булыуға ҡарамаҫтан, был йүнәлештә эш алып барылмай. Салауат ҡалаһындағы хәл, бәлки, башҡа район эске эштәр хеҙмәткәрҙәренә, урындағы етәкселеккә, халыҡҡа миҫал булыр. "Айыҡ Башҡортостан" хәрәкәте вәкилдәре был хәлгә етди ҡарай. Байрам итеп йәшәүҙе образ итеп алған ата-әсә уны балаһына ла күсерә. 60-сы, 70-се йылдарҙа эскелек сәсәкә ата башлай. Күпме араҡы, һыра заводтары кәрәк, Советтар Союзы осоронда бар нәмә планға ярашлы алып барылған. Бөгөн килеп, уның эҙемиәләре менән көрәшәбеҙ. Уҙған йыл беҙҙең ойошма ҙур ғына эш атҡарҙы. Быға тиклем Рәсәйҙең бер-ике генә төбәгендә булған законды, төбәк законын, республикала ҡабул иттерҙек. Уға республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. "Айыҡ ауыл" конкурсы эталон булып тора. Райондар ихлас ҡатнаша, һөҙөмтәләр 50-100 процентҡа ыңғай. Үлемде ҡыҫҡарта, ғаилә бюджетын һаҡлай һәм башҡалар. Республика кимәлендә район һәм ҡалаларҙа әүҙем эшләүсе йәштәребеҙ байтаҡ.