Йөрәктәрҙә Еңеү яҙы

Бөгөн һәр кем байрам шатлығы кисерә. Ил, республика, ҡалалар, ауылдар, урамдар һәм йорттар биҙәлгән. Ҡыҙыл ҡәнәферҙәр, аҡ шарҙар, орден-миҙал сыңдары, Георгий таҫмалары... Иғтибар үҙәгендә – Еңеү һалдаттары. 

Асыҡ студия
Йөрәктәрҙә Еңеү яҙы
Асыҡ студия

Бөгөн барыбыҙҙы ла Тыуған илгә һөйөү, уға тоғролоҡ, батырҙарыбыҙға оло хөрмәт, һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлеге кеүек  тойғолар берләштерә.

 

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шаһишәриф Юлтимеров (Ейәнсура районы):

 

- Ғаиләбеҙҙән өс кеше фронтта булдыҡ. Атайым, ағайым һәм мин. Ағайым офицер булды, Курск дуғаһында һәләк булып ҡалды.

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылау бик ҡыуаныслы хәл, ләкин был байрамды миллионлаған Рәсәй халҡы күрә алмай. 

Беҙҙең Аҡҡондоҙ ауылынан 49 кеше һуғышта ҡатнашып, егерме икеһе яу яландарында башын һалды, ҡалғандары әйләнеп ҡайтты. Бөгөн иһә береһе генә иҫән. Беҙ - һалдаттар, һәм беҙ йәш быуын менән йышыраҡ осрашырға тейеш.  Бурысыбыҙ йәш быуынға тәрбиә биреү, уны илһөйәр итеп үҫтереү, илгә, Ватанға хеҙмәт итергә өйрәтеү.

 

 

Рүзилә Яҡупова (Башҡорт дәүләт университеты студенты):

 

- Дуҫтарым менән Еңеү паркына килдек. Ветерандарҙы күреп, уларға сәскәләр биреп, байрам менән ҡотланыҡ. Миңә 22 йәш. Ветерандарыбыҙға ҡарап, мин дә улар кеүек һуғышта ҡатнаша алыр инемме, ғаиләмде, илемде яҡлай алыр инемме тип уйлап ҡуйҙым. Барыһына ла рәхмәтлемен һәм үҙебеҙҙең ветерандар менән ғорурланам. Минең олатайым да һуғышта булған һәм фронттан бер ҡулһыҙ ҡайтҡан. Ҡаһармандарыбыҙҙың исеме беҙҙең йөрәктәрҙә, уларҙың ил алдында күрһәткән батырлығын бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.

 

 

Әнисә Әкрәмова:

 

- Мин һуғыш сыҡҡан көндө, 1941 йылдың 22 июнендә таңғы 4-тә донъяға килгәнмен. Шуға ла бик моңло булғанмындыр, гармунда уйнайым да йырлайым, илайым да уйнайым.

Барлыҡ халыҡты байрам менән тәбрикләп, илгә тыныслыҡ, матур тормош теләйем.

 

Гөлсөм Мөхәмәтйәнова, тыл хеҙмәтсәне: 

 

- Бала саҡтан колхозда эшләнек. Мин арыш, арпа баҫыуын утаным. 11 йәшемдә үгеҙ егеп, бойҙай ташый башланым. Аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла күрҙек. Әммә бирешмәнек. Һуғыш беҙҙе сыныҡтырҙы. Бөгөн иң ҙур теләгем - ерҙә тыныслыҡ булһын. Әсәләрҙең һәм сабыйҙарҙың күҙ йәше түгелмәһен. Ир-егеттәребеҙ иһә бер ҡасан да ҡулдарына ҡорал алмаһын.  

 

Ул йылдарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

3 йыл да 10 ай һәм 18 көндө онотмайыҡ! Бөйөк Ватан һуғышы 26 миллион 452 мең кешенең ғүмерен ҡыйҙы.

Дошманға ҡаршы фронтта көрәшкән, партизан отрядтарында алышҡан һалдаттарҙы, концлагерҙа яфа сиккәндәрҙе, янып көл булған ауылдарҙы, юҡҡа сығарылған ҡасабаларҙы, ер менән тигеҙләнгән ҡалаларҙы, Ленинград блокадаһын, яҡындарын сталин лагерҙарында юғалтҡан һалдаттарҙың Онвенцим, Бухенвальд һәм Дахау тотоҡондарына азатлыҡ килтереүен, Берлинға һәм Прагаға тиклем барып еткән ата-бабаларыбыҙҙы онотмайыҡ!

Йылдар үтә, быуаттар алмашына... Әммә азатлыҡ килтергән ҡаһармандар онотолмай.  Улар беҙҙең йөрәктәрҙә.

 

Фото №1 - Йөрәктәрҙә Еңеү яҙы
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии