Һәр кемдең үҙ ағасы булһын!

Йыл һайын май айында “Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө” тип аталған акция үтә. Илебеҙҙең күп кенә төбәктәрендә өмәләр ойошторола. Был күркәм сара 2011 йылда башлана. Сөнки 2011 Берләшкән Милләттәр ойошмаһы тарафынан Бөтә донъя урман йылы тип иғлан ителә.  Ул ваҡытта Рәсәйҙә 7 мең гектар майҙанда 25 миллион самаһы үҫенте ултыртыла.

Асыҡ студия
Һәр кемдең үҙ ағасы булһын!
Асыҡ студия

Республика урман хужалығы министрлығының мәғлүмәт-аналитик тәьминәт һәм ойоштороу эштәре бүлеге етәксеһе Айбулат Ғәйнуллин менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.

 

Айбулат Ғәйнуллин:

 

- Бөтә Рәсәйҙә ағас ултыртыу көнө май айының икенсе шәмбеһендә үткәрелә. Тәүге йылдарҙа урман хужалығы менән бәйле ойошмалар ғына был сарала ҡатнашһа, хәҙер башҡа ведомстволар ҙа, ойошмалар ҙа, мәктәптәр ҙә беҙгә  ҡушылды.

Быйыл республикала 270 гектар майҙанда бер миллиондан ашыу йәш үҫенте ултыртыу ниәте бар. Һандарға ҡараһаҡ, йыл һайын 10 меңдән ашыу кеше ағас ултыртыу акцияһында ҡатнаша. Билдәле шәхестәр ҙә был эштән ситтә ҡалмай. Быйыл ағас ултыртыу өмәләре Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналды. Күп кенә төбәктәрҙә Еңеү аллеялары барлыҡҡа килде. 

Беҙ башлыса ылыҫлы ағастарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә һәм уҫаҡ ағастары ултырттыҡ. 

"Бөтә рәсәй ағас ултыртыу көнө" акцияһы урмансының һөнәренә ҡарата ихтирам уятыу маҡсатын да ҡуя. Шулай уҡ быны беҙ урманды тергеҙеү, экологик тәрбиә биреү тип тә атай алабыҙ. Иң ҙур маҡсаттарҙың береһе - балаларға тәрбиә биреү, уларға яҡшы өлгө күрһәтеү. Бер кеше бер генә ағас ултыртһа ла, еребеҙҙә урмандар күп буласаҡ. Үҫентеләр менән проблема юҡ. Республика урман фондында 100 ашыу урман питомнигы бар. Айырып атап киткәндә, Ауырғазы, Борай, Белорет райондарындағы питомникатар бик яҡшы эшләй. Улар республиканы сифатлы һәм беҙҙең климатҡа тап килгән үҫентеләр менән тәьмин итә. Ағас ултыртыу менән генә эш бөтмәй, әлбиттә. Ҙур һәм мөһим бурыстарҙың береһе - урмандарҙы һаҡлау. 

Беҙҙең урмандар өсөн иң ҙур бәләләрҙең береһе – янғындар. Ҡоролоҡ, йәшен кеүек тәбиғәт күренештәренә кеше факторы ла өҫтәлә. Яуаплылыҡ тоймаған туристар, ял итеүселәр арҡаһында йыл һайын урмандарға зыян килә. шуға ла урмандарға һаҡсыл булайыҡ. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәм, урманға зыян килтергән өсөн штраф күләме арттырылды. 

Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө - йәш байрамдарҙың береһе. Беҙ - сараны ойоштороусылар, был башланғыс халыҡ араһында хуплау табыр һәм һәр кемдең үҙ ағасы барлыҡҡа килер тигән фекерҙә. Әлбиттә, тыуған еребеҙҙең “йәшел үпкәһен” күмәк көс менән генә һаҡлай һәм нығыта алабыҙ. Ултыртайыҡ! Үҫтерәйек! Ҡурсалайыҡ!

 

 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ