Республика Хәрби Дан музейына 15 йыл

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы тураһында һөйләшмәксебеҙ. Эйе, сөнки уның төп саралары ғына тамам, әммә байрам үҙе - беҙҙең менән, 71-се йылына ыңғайланыҡ ҡына. Һәм "төп" тигәндә күп кеше ҡатнашлығында, юғары кимәлдә уҙғарылғандары, башлыса, 8-9 майҙа үткәндәре генә күҙҙә тотолһа ла, башҡалары ла ифрат мөһим дәһә. Мәҫәлән, илһөйәрлек тәрбиәһе биреү ниңә төп булмаһын? Йәки - тарихты онотмау, уны тағы ла ентекләберәк өйрәнеү? Йәки - ветерандарға күңел йылыбыҙҙы йәлләмәүебеҙ?..

Асыҡ студия
Республика Хәрби Дан музейына 15 йыл
Асыҡ студия

 

Республика Хәрби Дан музейының ғилми хеҙмәткәре Фәрит Вәхитов менән Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.

 

Фәрит Вәхитов:

 

- “Минең республикам геройҙары” китабы рус телендә донъя күрҙе. Алдағы көндә башҡортса ла китаптар донъя күрер. Геройҙарҙы эҙләү, исемдәрен тергеҙеү, донъяға сығарыу бик мөһим. 

Быйылғы байрам тантаналары бик юғары кимәлдә үтте. Мин күп йылдар Рәсәйҙә “илһөйәрлек” төшөнсәһенең тапалыуын кисерә алмай, әрнеп йәшәгән кешеләрҙең береһе. Ә бөгөнгө көндә “илһөйәрлек” тигән һүҙҙе кешеләр ауыҙынан күп ишетәм. Байрам тантаналарын баһалап шуны әйтергә кәрәк, беҙҙең ил халҡы был сараға берҙәм күтәрелде.

Беҙ музей эшен музейҙа ғына алып бармайбыҙ. Мәҫәлән, Еңеү паркына барһағыҙ унда “Комсомольская правда” газеталарынан ойошторолған күргәҙмә менән танышырға була. Уны беҙҙең хеҙмәткәрҙәр әҙерләне. Шулай уҡ, интерактив дәрестәр үткәрелә, ғилми тикшеренеү, Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының эҙҙәре буйлап эҙләнеү эштәре алып барыла.

Музей эшенең төп асылы – тарихҡа ҡулыбыҙ менән ҡағылып, йәштәрҙе, киләсәк быуынды алға өндәү. Дөрөҫлөктө алға һөрөү юлдында хеҙмәт итеү.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Акции БСТ
Пенальти