"Ҡыҙыл әтәс" аямай. Уттан һаҡ булығыҙ!

Ял көндәрендә Өфө ҡалаһында ҙур яңғын теркәлде.  Халыҡ өсөн фажиғәғә алып килгән сираттағы яңғын булып ҡына иҫәпләнә алһа, журналистика өлкәһе өсөн юғалтыу менән тамамланды. "Тамаша" журналы мөхәррире, билдәле журналист, 47 йәшлек Әлмирә Кәримова ятаҡта сыҡҡан янғында һәләк булды. Үҙе һәм ейәнсәре.

Асыҡ студия
"Ҡыҙыл әтәс" аямай. Уттан һаҡ булығыҙ!
Асыҡ студия

Сәбәптәре? Бындай яңғындарҙы нисек иҫкәртергә?

 

Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығының 22-се отряды начальнигы Рәсим  Абдуллин менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмәләшә.

 

Рәсим  Абдуллин:

 

- 10 май, төнгө 2 сәғәт 31 минутта янғын сығыуы хаҡында беҙгә хәбәр иттеләр. Һәм иң беренсе булып ярҙамға был йортҡа яҡыныраҡ урынлашҡан 7-се янғын һүндереү бүлегенән өс берәмек техника ебәрелде. Беренсе ҡаттағы янғын төтөнө баҫҡыстар буйлап өҫтәге ҡаттарға күтәрелгәйне. Барлыҡ көс янғынды һүндереүгә һәм кешеләрҙе ҡотҡарыуға йүнәлтелде. Әлегә фажиғә осрағы буйынса тикшереү алып барыла. Бер нисә сәбәп күҙаллана.

Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарафынан рейдтар ойошторола, Һаҡһыҙлыҡ кешенең үҙенән дә тора. Электр сымдарын хәүефһеҙлеген һәр кем күҙәтеп торорға тейеш. Әле халыҡ ихаталарында, баҡсаларҙа өмәләр үткәрә. Ут менән һаҡ эш итһендәр ине. Республика буйынса "Урман" операцияһы бара. 1-се майҙан 20-се июнгә тиклем тәбиғәт ҡосағында усаҡ тоҡандырыу тыйыла.

Бөгөнгө көнгә Өфө ҡалаһында 283, республика буйынса 1375 янғын сығыу осрағы теркәлде. Янғын һүндереү идаралығы яңы уңайлы техника менән тулыландырыла. Хатта үҙебеҙҙең хеҙмәткәр тәҡдиме буйынса, бар талаптарға яуап биргән техниканың Миәс ҡалаһында йыйылыуы көтөлә. Беҙҙең 22-се отрядтың ун дүрт бүлегендә меңләгән кеше эшләй. 30 метрҙан 60 метрға тиклем автобаҫҡыстар алынды.

Янғын хәүефһеҙлеге, фажиғәле хәлдәр, кеше ғүмерҙәре ҡыйылыу булмаһын ине. Был хаҡта һәр саҡ иҫкәртеп торабыҙ һәм һәр саҡ уяу булайыҡ!

 

 

Фото №1 - "Ҡыҙыл әтәс" аямай. Уттан һаҡ булығыҙ!
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Асыҡ студия
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы
Асыҡ студия
УРТА БУЛҺА ЛА ЮҒАРЫ, ЯНАМАЙ УҒА ЮҒАЛЫУ
УРТА БУЛҺА ЛА ЮҒАРЫ, ЯНАМАЙ УҒА ЮҒАЛЫУ
Асыҡ студия
7eget
Пенальти