Азатлыҡ - үҙ-үҙеңде сикләп йәшәү

17 майҙа барлыҡ илдәрҙә СПИД-тан вафат булыусыларҙы иҫкә алыу көнө үткәрелә. Ни өсөн календарҙа ошондай көн билдәләнгән? Башҡортостанда инфекция ҡорбандары күпме? Беҙҙең йәмғиәттә ВИЧ-статуслы кешеләргә ҡарата дискриминация осраҡтары бармы? 

Асыҡ студия
Азатлыҡ - үҙ-үҙеңде сикләп йәшәү
Асыҡ студия

 

Беҙҙең һорауҙарға СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәшеү буйынса республика үҙәгенең бүлек мөдире Нурфиға Хафизова яуап бирә. 

 

Нурфиға Хафизова:

 

- Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, донъяла 40 миллион самаһы кеше ВИЧ-инфекция менән зарарланған. Үлемгә килтергән ауырыуҙар һәм сәбәптәр араһында СПИД бишенсе урынды биләй. Мәғлүмәт күп, инфекцияның таралыу юлдары билдәле.  Әммә сир таралыуын дауам итә. Бынан 5-10 йыл элек ВИЧ вирусы менән зарарланыусыларҙың байтаҡ өлөшө наркомандар булһа, әле лә артыҡ үҙгәреш юҡ. Энәгә ултырыусылар һәм ВИЧ-инфекция йоҡтороусылар араһында үҫмерҙәр һәм балаларҙың булыуы айырыуса хафаға һала. Республикала ВИЧ-инфекциялыларҙың һаны 21 меңдән ашып китте. 

Инфекция өс юл менән йоға:

1) енси бәйләнеш ваҡытында;

2) ҡан тамырҙарына наркотиктар индергәндә, 5-6 наркоман ғәҙәттә бер шприцты файҙалана;

3) ауырыу әсәнән балаға;

Мунсала, бассейнда инфекция бер кешенән икенсеһенә йоҡмай. 

Беҙҙең медицина уреждениеларында, мәҫәлән, бала тапҡанда, теш дауалағанда, операциялар ваҡытында йәки ҡан тапшырғанда ВИЧ-инфекция менән зарарланыу осраҡтары булғаны юҡ. 

Рәсәйҙә ВИЧ-инфекциялалыр иң күп теркәлгән төбәктәр - Свердолвск һәм Төмән өлкәләре, Башҡортостанда - Күмертау, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Өфө. 

Май айының һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә халыҡ-ара СПИД-тан вафат булыусыларҙы иҫкә алыу көнө үткәрелә. Ҡайһы бер кешеләрҙә “ни өсөн беҙ был сирҙән үлгәндәрҙе хәтергә төшөрөргә тейеш һуң?” тигән һорау тыуыуы ихтимал. “Улар үҙҙәре ғәйепле бит” тип иҫәпләүселәр ҙә табылыр. Ә шулай ҙа ҡорбандарҙы иҫкә алыу, сирҙең ни тиклем хәүефле икәнлеген аңлатыу беҙҙең бурыс. 

Республика СПИД үҙәгенең рәсми сайты: www.ufaaids.bashmed.ru

Ышаныс телефоны: 250-04-72, теләгән һәр кем беҙҙең үҙәккә килеп, тикшерелә ала. ВИЧ-инфекцияға аналиэ биреү бушлай. Сәләмәт йәшәгеҙ! Сәләмәт булығыҙ!

 

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии