Бөгөн - Пионерия көнө

Пионерҙар көнө бөгөн. 1922 йылдың 19 майында барлыҡҡа килгән. Пионерҙар хәрәкәтенең скаутинг нигеҙендә ойошҡаны мәғлүм. 1917 йылда Рәсәйҙә скауттар 50 мең самаһы булған. Әммә яңы илгә яңы ойошма талап ителә һәм уны булдырыу комсомолға  ҡушыла: формаһы менән скаут, ә йөкмәткеһе коммунистик булһын.  Балалар менән тәрбиә эштәре алып барыу ысулдары ла шунан алынған икән: отрядтар, вожатыйҙар, усаҡ янында йыйылыуҙар. Скаут значогындағы ләлә сәскәһенең өс япрағы, пионер значогында өс ялҡынға әүерелә.

Асыҡ студия
Бөгөн - Пионерия көнө
Асыҡ студия

 

Программала  Комаров исемендәге Өфө ҡала балалар ижады һарайы директоры Илдар Яҡупов, 136-сы ҡала башҡорт лицейы уҡытыусыһы Альбина Фәйзуллина, 10-сы синыф уҡыусыһы, "Лицей дәүләте" балалар ойошмаһының мәғариф министры урынбаҫары Айгөл Фәйзуллина ҡатнаша.

 

 

Илдар Яҡупов:

 

-  Пионер значогының биш мөйөшө Ер шарында булған биш ҡитғаның дуҫлығы тигәнде аңлата. Ҡыҙыл галстук ҡыҙыл флагтың бер өлөшө булараҡ ҡабул ителә ине. Һәм шулай уҡ, һин үҙ илеңде яратырға тейешһең тигән төшөнсәне лә. "Һәр ваҡыт әҙер" тигән девиз ололарҙы ололау, кеселәрҙе кеселәү тигәнде аңлата. Берҙәмлек, ярҙамсыллыҡ сифаттары һәр быуында ла булырға тейеш. Балаларға матур тәрбиә бирергә кәрәк.

Элекке Пионерҙар һарайы хәҙер Комаров исемендәге Өфө ҡала балалар ижады һарайы тип йөрөтөлә,  быйыл ул 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Бында бейеү, йыр, техник, спорт һәм башҡа түңәрәктәр эшләй.  Ата-әсәләр һәм балаларҙың теләктәрен һәр саҡ иҫәпкә алабыҙ.  Беҙҙә ҡала буйынса ике меңгә яҡын бала шөғөлләнә. Совет осоронда 480 педагог булһа, бөгөн уларҙың һаны 120-гә яҡын. 

Миллионлаған ағзанан торған ойошмалар бөгөн дә кәрәк.  Тәү сиратта, өҫтәлмә биналар булғанда, был юҫыҡта эш тағы ла йәнлерәк булыр ине. Ҙур ҡалаларҙа балалар ижады һарайҙары бар.  Уларҙы һаҡлап ҡалырға кәрәк.

 

Альбина Фәйзуллина :

 

- Минең өсөн был көн оло байрам. Салауат районы Арҡауыл ауылында VIII синыфты тамамланым. Пионер осоромдо һағынып иҫкә алам. Уҡыу йылдары, пионер йыйындары, пионер усаҡтары, борғо тауыштары һағындыра. Класыбыҙ  менән һәр сарала беренсе урын алыр өсөн ихлас ҡатнаша инек.

Беҙҙең  136-сы ҡала башҡорт лицейында ла "Лицей дәүләте", "Лицей республикаһы" тигән ойошмалар уңышлы эшләй. Мәктәпкә уҡыусыларҙың формала йөрөүен талап итәбеҙ. Төп тәрбиә ғаиләнең үҙенән тора. Тәрбиәле ғаиләлә үҫкән бала ла тәрбиәле. 

Барыһын да байрам менән ҡотлап, ижади үрҙәр, белемле, ғилемле уҡыусылар теләйем.

 

Айгөл Фәйзуллина:

 

- 136-сы ҡала башҡорт лицейында "Лицей дәүләте", "Лицей республикаһы" кеүек балалар ойошмалары уңышлы эшләп килә.  Үткән йыл һаулыҡ һаҡлау министры булһам, быйыл мин мәғариф министры урынбаҫары. Уҡыусыларҙың көндәлектәре, дәрескә йөрөү, уңыш һөҙөмтәләре тикшерелә. Тейешле ҡарарҙар ҡабул ителә. "Лицей дәүләтенең" үҙ гимны бар. Яңыраҡ ҡына мәктәбеҙҙә макулатура йыйыу ойошторҙоҡ. Уны "Таҙа ҡала" компанияһына тапшырып, аҡсаһына уҡыу кәрәк-яраҡтары алынды. Быйыл беҙҙә рәсми эштәр министрлығы асылды. Аҙна һайын мәктәп тормошона бәйле тапшырыуҙар төшөрөп күрһәтәбеҙ. Уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла был оҡшай. Беҙҙең ойошма бик кәрәк. Унда балалар үҙ-ара аралашырға, лидерлыҡ сифаттарын үҫтерергә өйрәнә.

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ