Башҡортостан - дуҫлыҡ иле

Бөгөн Рәсәйҙә йәмәғәт ойошмалары бик күп, беҙҙең республикала ғына улар - 300-ҙән ашыу. Ә инде Халыҡтар Ассамблеяһы һымаҡ атамаларынан уҡ етдилек, мөһимлек, мәртәбәлек күренеп торған берләшмәләр тәңгәлендә - һүҙ ҙә юҡ. Һәр халыҡтың мәҙәниәтен үҫтереүҙә, милләт-ара, дин-ара татыулыҡты артабан да нығытыуҙа Ассамблеяның роле ни дәрәжәлә, дәүләт менән мөнәсәбәттәр нисек ҡорола, ниндәй уңыштар бар?

Асыҡ студия
Башҡортостан - дуҫлыҡ иле
Асыҡ студия

 

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, уның мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина менән Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.

 

Зөһрә Рәхмәтуллина:

 

- Минең фәнни булмышым - милли мәҙәниәт, Халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан даирә. Теоретик уйҙарым тейешле кимәлдә йәшәйештә ҡулланылыуы отошло ла, яуаплы ла. Икенсенән, республикала ҡырҡтан ашыу милли-мәҙәни ойошма эшләп килә. Уларҙың күптәрен яҡшы беләм. Беҙҙең татыу, берҙәм, күп милләтле йәшәйеш оло баһаға лайыҡ. Уның нигеҙе быуындар тарихында ята. Рәсәйҙең төрлө төбәгенән Башҡортостанға килеп йәшәр ер, эсәр һыу тапҡандар. Иң мөһиме, ерле халыҡ, башҡорт халҡы икенсе дин, башҡа милләт кешеһен үҙ итеп, яҡты йөҙөн күрһәтеп бик матур итеп йәшәйеш ойошторған. Йәшәйештең нигеҙе - ғөрөф-ғәҙәттәрҙә. Ошо традицияларҙы ҡурсалаған, үҫтергән, уларға ынтылыш биргән милли-мәҙәни ойошмалар булғанда ғына улар үҫешә ала. Архангел районында бәләкәй генә Максим Горький тигән ауыл бар. Йыл һайын 17 уҡыусыға латыш телен өйрәтеү өсөн Риганан республика бюджеты аҡсаһына уҡытыусы саҡыртыла. Республика латыштары үҙҙәренең бейеүҙәрен бейей, байрамдарын билдәләй. Башҡортостан латыштары төп этностарынан ситтә ятһалар ҙа, улар һәр ваҡытта ла үҙҙәренең рухын һаҡлап ҡалырға тырыша. Был миҫал башҡа милләт вәкилдәре өсөн дә өлгө булып тора. Милли рух - бик көслө субстанция. Әммә милли рухты үҫтерә торған милли сәйәсәт булмаһа, республика, Федерация кимәлендә  рух бер үҙе бер нәмә лә эшләй алмаҫ ине. Бөгөнгө көндә беҙҙең хоҡуҡи даирәлә милли мәҙәниәтте, милли телдәрҙе, халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәтен үҫтергән закондар эшләп килә. Беҙҙең республика менән аралашҡан күп илдәр Башҡортостанды дуҫлыҡ, аңлашыусанлыҡ, милли мәҙәниәт, телдәрҙең үҫешен берҙәй ҡурсалаған ер тип белә. Әле генә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләнек. Ҙур ҡорбандар менән илебеҙ  оло Еңеү яуланы. Һәм беҙ барыбыҙ ҙа милләт-ара татыулыҡты, милләт-ара дуҫлыҡты һаҡлап алып ҡалырға тейешбеҙ.

 

 

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями