Бөгөн дә, иртәгә лә мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау байрамы үтә. Ә 25 майҙа уҡыусылар Берҙәм Дәүләт Имтиханы тапшырасаҡ. Быйыл ниндәй яңылыҡтар көтөлә? Республика мәктәптәре һынау тоторға әҙерме?
Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының мәғлүмәт эшкәртеү үҙәге етәксеһе Рөстәм Рәмов менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.
Рөстәм Рәмов:
- Хәҙер уҡыусыларға күпкә еңел, БДИ һөҙөмтәләре нигеҙендә Рәсәйҙең теләһә ҡайһы уҡыу йортона инеү мөмкинлеге бар. Быйыл 20 мең 746 уҡыусы мәктәп тамамлаһа, БДИ тапшырыусылар һаны 22 мең ярымға барып етәсәк. Фәндәрҙең популярлығын ҡараһаҡ, предметтар араһында тәүге урында - йәмғиәтте өйрәнеү фәне, артабан физика, биология, химия фәндәре килә. Сит телдәрҙе тапшырыусылар һаны 2 меңгә яҡын буласаҡ. Былтыр имтихан тапшыра алмаусылар, уны быйыл бирә ала.
БДИ–ның 2015 йылдағы төп үҙгәреше рус теленән йомғаҡ иншалары яҙыу. Ул декабрь, февраль, май айҙарында уҙғарылды. Математика фәнен икегә бүлеп, база һәм профиль йүнәлешендә тапшырыу ҡаралған. Математиканан, сит телдәрҙән телдән һәм яҙма имтихан биреү өсөн ике көн бирелә. Тәүҙә яҙма, һуңынан телдән, унан һөҙөмтәләре ҡушыла.
Рәсәй биләмәләре бик ҙур. Шуға йәнә бер үҙгәреш индерелде, ул алыҫ төбәктәрҙә эштәрҙе Интернеттан уҡыусылар алдында принтер аша сығарып алыу.
Белемең булһа Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыуҙың бер ауырлығы ла юҡ.
Уҡыусылар имтихан ваҡытында мобиль телефондар ҡуллана алмай. Уны имтиханға индереү ҡәтғи тыйыла.
Һөҙөмтәләр менән килешмәгән уҡыусылар аппеляцияға бирә ала.
Уҡыусыларға уңыштар теләйем. Үҙегеҙҙе ышаныслы тотоғоҙ, ҡурҡмағыҙ, белгәнегеҙҙе яҙығыҙ, бүленгән ваҡытты дөрөҫ ҡулланығыҙ.