Бөгөн Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ көнө билдәләнә, Өфөлә эшҡыуарлыҡ аҙнаһы башланды, унда йүнселдәр, дәүләт хакимлығы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, белгестәр бергә йыйылып, тармаҡтағы проблемалар буйынса фекер алыша. Тәжрибәле эшҡыуар, "Банкос" фирмаһы директоры Рәүф Вәхит улы Әлмөхәмәтов менән әңгәмәлә төп һүҙ - йүнселлектең бөгөнгө йәмғиәттәге әһәмиәте тураһында.
Рәүф Әлмөхәмәтов:
- Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ буйынса теләнгән, көтөлгән һандарға етеп булмай әле, уға дөйөм табыштың бик әҙ өлөшө тура килә.Йүнселлек беҙҙең халыҡта элек-электән булған, совет осоронда ул, инициативаның быуылыуы арҡаһында, юҡҡа сыға яҙған, хәҙер инде яңынан үҫешә. Бының өсөн тулы ирек бирелгән, эшлә генә. Тик дөрөҫ, ғәҙел эшлә, һалымдарыңды ваҡытында түлә. Уларҙы беҙ мәлендә күсерә барабыҙ. Дәүләттең ярҙамы ныҡ кәрәк. Сама белеп тотонһаң, һалымына ла, эште алып барырға ла, донъя көтөү өсөн дә етә. Әле беҙҙең тармаҡ өсөн ярайһы ҡатмарлы мәл, сөнки көрсөк арҡаһында аҡсаһыҙлыҡ хөкөм һөрә. Ләкин мәғлүмәт технологияларына ихтыяж ҙур, сөнки һәр ойошмаға иң тәүҙә компьютерҙар кәрәк, уларһыҙ бухгалтерия ла эшләй алмай, Интнернет та булмай, электрон элемтә лә эшләмәй. Мәктәпте бөтөүсе йәш быуын ошо йүнәлеште һайлаһа, киләсәктәре өсөн бик отошло буласаҡ.