2015 йылдың 1 ғинуарынан индерелгән закон - Рәсәйҙә йәшәргә теләгән сит ил граждандары рус теленән, Рәсәй тарихынан һәм төп закондар буйынса имтихан бирергә тейеш. Бөгөн был эш нисек бара? Башҡортостан мигранттар көсөнә мохтажмы?
Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Рәмил Әхмәтов менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмәләшә.
Рәмил Әхмәтов:
- Республикала 39 мең сит ил кешеһе теркәләгән. Иң күп мигранттар Урта Азиянан. Европа илдәренән килеүселәр һаны быйыл 7 меңгә кәмерәк. Ике процентҡа яҡыны студенттар. Сит илдән килеүселәр төҙөлөш, ауыл хужалығында аҙ хеҙмәт хаҡы түләнгән урындарҙа эшләй. Һатыу өлкәһендә эшләр өсөн телде яҡшы белергә кәрәк, бөгөн был тармаҡта ике процентҡа яҡын сит ил гражданданы эшләй. Халыҡты электрон вариантта хеҙмәтләндереү киң таралған. Был йүнәлеш халыҡты сиратта тороуҙарҙан азат итә. Сит ил, Рәсәй паспорттарын юлауҙы ла шул портал аша атҡарырға була. Виза талап ителмәгән сит ил граждандары патент менән эшкә урынлаша ала. Патенттың ваҡытын бер айҙан бер йылға тиклем оҙайтырға була. Рәсәйҙә ваҡытлыса йәшәү мөмөкинлеге биргән сертификат алыр өсөн рус теленән, Рәсәй закондары, тарихы буйынса имтихан тапшырыу талап ителә. Ун үҙәктә имтихан ҡабул итеү ойошторолған. Ике йыл эсендә Украинанан ике мең алты йөҙ кеше килеп, күптәре эшкә урынлаштырылды. Июнь уртаһында беҙҙең хеҙмәткәрҙәр һөнәри байрамын билдәләй, уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар теләйем.