Музейҙарҙа тарих һаҡлана

Ун көн элек кенә Музейҙар көнөн билдәләнек, төнөн дә үткәрҙек. Бөгөн мәсьәләгә яңынан әйләнеп ҡайтырға булдыҡ. Быны махсус рәүештә, шулай, ваҡыт үтә төшкәс, үҙенә арналған саралар тулҡыны кесерәйә биргәс, башҡарырға ниәтләнек, сөнки был өлкәләге күренеш, уға баһа ул саҡта, бәлки, шул тулҡын шауынан әллә ни ишетелмәҫ тә ине. Әҙәм балаһы үткән ғүмеренә әйләнеп ҡараусан, һығымта яһаусан, шунан сығып иртәгәһен уйлаусан бит һәм ошо уҡты дәүләт, йәмғиәт тормошона ла ҡарата әйтеп булалыр: экспонаттарҙан яңы быуын йә үрнәк, йә ғибрәт алһын өсөн. Ошолар һәм башҡалар тураһында Рәсүл Сәғитов БР Милли музейы генераль директоры Ғәли Фәйзрахман улы Вәлиуллин менән әңгәмәләшә.

Асыҡ студия
Музейҙарҙа тарих һаҡлана
Асыҡ студия

 

Ғәли Вәлиуллин:

 

- Заманында музейҙарҙа ла партия идеологияһына иғтибар ҙур бирелде, хәҙер инде улай түгел, "Граждандар һуғышы геройы" тимәйбеҙ, унда актив ҡатнашыусы тибеҙ, тарихи дөрөҫлөктө күрһәтергә тырышабыҙ. Ҡыҙыҡһыныу арта, былтыр республикалағы дәүләт ҡарамағындағы музейҙарға 1 миллиондан 112 меңдән ашыу кеше килгән, был - ҡыуаныслы хәл. Интернет мөмкинлектәрен һаман да киңерәк файҙаланырға ынтылабыҙ, мәғлүмәттәрҙе инглиз теленә лә күсерәбеҙ.ШОС һәм БРИКС саммиттарына күргәҙмәләр әҙерләйбеҙ. Конгресс-холл тәңгәлендә, Ағиҙел буйында, урынлашасаҡ этноауыл тирмәләренең береһе өсөн беҙ яуаплы. Рәсәй этнография музейы ярҙамында "Ебәк юлы"күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Беҙҙең музейҙар залдары буйлап йөрөп, уйҙарығыҙ яҡтырып, киләсәккә ышанысығыҙ артып, сафланып, фәһем алып сыҡһағыҙ,шат булырбыҙ. Музейҙарҙа матурлыҡ һаҡлана.

Фото №1 - Музейҙарҙа тарих һаҡлана
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Пенальти
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии