Балалар йорттарында тәрбиәләнгән балаларҙың һәр береһе үҙ ғаиләһен, йылы һәм наҙлы әсәй ҡулдарын, иғтибарлы һәм хәстәрлекле атай ҡарашын көтә. Сабыйҙар сит булмай, улар – беҙҙеке. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы ойошторолған әңгәмәне тап шулай атаныҡ.
Программала республикалағы етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәге етәксеһе Таңһылыу Һөйөндөкова ҡатнаша.
Таңһылыу Һөйөндөкова:
- 2009 йылда республика Хөкүмәте ҡарары менән республикала етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәге булдырылды. Бала хоҡуҡтары Конвенцияһы буйынса һәр бала ғаиләлә йәшәргә һәм ғаиләлә тәрбиәләнергә хоҡуҡлы.
Беҙҙең үҙәк етем балаларҙы үҙ ҡанатына алған ғаиләләргә социаль, психологик, юридик һорауҙар буйынса ярҙам күрһәтә. Әгәр 2012 йылда етем балалар һаны 18 мең самаһы булһа, бөгөн был күрһәткес күпкә кәмерәк, ул 14 мең тирәһе. Балаларҙың 92 проценты ғаиләгә урынлаштырылған. Республикала 11 мең ғаилә етем бала тәрбиәләй.
Әле Башҡортостанда 22 балалар йорто иҫәпләнә. 2008 йылда 6 балалар йорто үҙ ишектәрен япты. Быйыл йәнә икәүһе үҙ эшмәкәрлеген туҡтатты. Бөгөн балалар йорттарында 700 самаһы бала тәрбиәләнә.
Сабыйҙарҙың балалар йортонда үҫкәнгә ҡарағанда ғаиләлә тәрбиәләнеүе күпкә яҡшыраҡ. Был осраҡта бәхәсләшеп тороу урынһыҙ. Балалар йорто, әлбиттә, эстән дә, тыштан да ялтлап тора. Әммә ғаиләләге йылылыҡты, ундағы мөнәсәбәттәрҙе дәүләт учреждениеһы алмаштыра алмай. Шуға ла балалар йортон етем балалар өсөн бары тик ваҡытлыса ғына йәшәү урыны тип һанайбыҙ.
Һуңғы йылдарҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы үҙ ҡосағына алған ғаиләләрҙең йәмғиәт тормошонда әүҙемләшә барыуын билдәләп үткем килә. Был күренештең яҡшы һәм изге эш булыуын күрһәтеүселәр һәм үҙҙәре үк өлгө булып тороусылар байтаҡ. Башҡортостан Мәғариф министрлығы республика кимәлендә “Иң яҡшы паторонат ғаилә” конкурсын ойоштороп килә. Башҡортостандың патронат ғаиләләре уның менән генә сикләнеп ҡалмай, төбәк-ара конкурстарҙа ла сығыш яһай һәм еңеү яулай. Мәҫәлән, быйыл Стәрлебаш районынан 3 патронат, 3 үҙ балаһын тәрбиәләгән Сәләхетдиновтар ғаиләһе Киров ҡалаһында уҙған “Уңышлы ғаилә-2015” Волга буйы федераль округы конкурсында беренсе урынға сыҡты. Етем баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр яуаплылыҡ тоя белә, балаларҙы ярата һәм етемдәргә наҙ, һөйөү, иғтибар бүләк итә.
Ғаиләгә бала алырға теләүселәр булһа, беҙҙең үҙәккә мөрәжәғәт итә ала.
Телефоныбыҙ: 8 (347) 244-87-50, е-mail: [email protected]
Үҙәктең рәсми сайты: www.rbcsu.ru