Быяла мең йыл дауамында тарҡала. Ә тимер, полиэтилен, пластик?

Бөгөн етештереү технологиялары үҫешкән, был йүнәлештә илдәр, компаниялар оҫтарғандан оҫтара бара. Ә бына ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙә ҡайһы бер дәүләттәр генә алға киткән. Рәсәй был исемлеккә инмәй... Беҙ сығарып ташлаған пластик шешә 100 йыл дауамында серей. Бетон һәм кирбес тә шул тирә. Полиэтилен япма – 200, алюминий – 500 йылдан да тарҡалып бөтмәҫкә мөмкин. Ә быяла мең йылдан һуң ғына юҡҡа сыға. 

Асыҡ студия
Быяла мең йыл дауамында тарҡала. Ә тимер, полиэтилен, пластик?
Асыҡ студия

5 июндә бөтә донъяла тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан беҙ көнүҙәк проблемаларҙың береһе – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү тураһында фекер алышырға булдыҡ.

Әңгәмәсебеҙ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова.

 

Руфина Шаһапова: 

 

- Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү Рәсәй төбәктәренең барыһы өсөн дә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Йылына республикала ике миллионлап ҡаты коммуналь ҡалдыҡ йыйыла. Был һан йыл һайын ун процентҡа артып килә. Башҡортостанда йәшәгән һәр бер кешегә уртаса 250-300 килограмм ҡалдыҡ тура килә.

Бөгөн беҙҙә 3 меңләп сүплек бар. Улар ике гектар майҙанды биләп тора. Һәм үкенескә ҡаршы был сүплектәрҙең күбеһе тәбиғәтте һаҡлау талаптарына тура килмәй: тейешле документтар юҡ, тәбиғәтте һаҡлау ҡоролмалары урынлаштырылмаған, тирә яҡ-мөхиткә мониторинг үткәреү ойошторолмай. Ҡалдыҡтарҙың ошо рәүешле йыйылыуы экологик хәүеф тыуҙыра.

  Республикала 36 заманса ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигоны төҙөлдө. Сүп-сарҙы йыйыу һәм эшкәртеү менән 120 предприятие шөғөлләнә. Улар араһында шәхси эшҡыуарҙар ҙа байтаҡ. Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларында ойошторола. Ентекләберәк беҙҙең әңгәмәлә.

 

 

 

 

Фото №1 - Быяла мең йыл дауамында тарҡала. Ә тимер, полиэтилен, пластик?
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии
БАШКОРТТАР-БСТ