Иртәгә һеҙгә ярҙам итерҙәр

“Ғүмеремде ҡотҡарған өсөн рәхмәт!”

Фото №1 - Иртәгә һеҙгә ярҙам итерҙәр

14 июндә бөтә илдәрҙә билдәләнгән ҡан донорҙары көнө ошондай девиз аҫтында уҙасаҡ.

Ә беҙҙең республикала ниндәй акциялар үтә? Донорлоҡ хәрәкәте нисек үҫешә?

Ошо турала Башҡортостан ҡан тапшырыу станцияһының ҡан әҙерләү бүлеге мөдире Фирүзә Хәлилова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

Фирүзә Хәлилова:

 

- Һуңғы йылдарҙа донорҙар рәтенә баҫыусылар һаны арта. Закон буйынса 18 йәше тулған кеше ҡан тапшыра ала. Элек был йәш 60 йәшкә тиклем ине. Хәҙер кеше сәләмәт икән, 70, 80 йәштә лә, хатта унан өлкәнерәк булһа ла ҡан бирә ала. Йәштәр араһында донорҙар бик күп. Был беҙҙе ҡыуандыра.

Донорҙарҙы тәрбиәләргә кәрәк тигән фекер бар. Был бик дөрөҫ. Беҙҙең станцияға килеүселәр араһында ла бер нисә быуын вәкилдәре бар. Өләсәй-олатайҙары ейән-ейәнсәрҙәрен алып килә. Туғандары һәм яҡындары менән бергә ҡан тапшырырға йөрөүселәр ҙә осрай. Бик яҡшы күренеш тип иҫәпләйем.

Рәсәйҙең “Почетлы доноры” тигән исемде алыу өсөн 40 тапҡыр ҡан һәм 60 мәртәбә плазма тапшырырға кәрәк. Был исемгә лайыҡ булыусыларға аҡса түләнә. Уның күләме менән беҙҙең рәсми сайтта таныша алаһығыҙ.

Күптәр ҡан тапшыра, әммә бирелгән справкаларҙы һаҡламай. Шуға ла документтарығыҙға иғтибарлы булһағыҙ ине. Әлбиттә, станция хеҙмәткәрҙәре һеҙгә ярҙам итергә әҙер. Һорауҙарығыҙ бар икән, мөрәжәғәт итегеҙ.

14 июндә бөтә донъяла ҡан донорҙары көнө билдәләнә. Сәләмәт кеше ҡан тапшырырға бурыслы тип иҫәпләйем. Сөнки бөгөн һин ярҙам итһәң, иртәгә һиңә ярҙам итерҙәр.

Донор булған кеше бәлә-ҡазаларҙы, ҡан юғалтыуҙы башҡаларға ҡарағанда еңелерәк кисерә. Уның организмы бындай ауырлыҡтарға күнегә. Фажиғә була ҡалһа, ҡан донорының башҡаларға ҡарағанда тере ҡалыу мөмкинлеге ҙурыраҡ. Был фәнни яҡтан иҫбат ителгән.

Район һәм ҡалаларҙа күсмә бригадаларыбыҙ эшләп тора.

Донорҙар сафына баҫырға саҡырабыҙ. Һеҙҙе станцияла көтәбеҙ. Был мәрхәмәтлек ҡылыу, изгелек эшләү. 

 

Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41/1

Эш сәғәттәре: 8:00 – 16:00 (эш көндәрендә), 8:00 – 13:00 (шәмбе).

 

 

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Пенальти