Крәҫтиән өсөн миҙгел бик уңайлы

"Аҙыҡ-түлек именлеге" тигән төшөнсә бар һәм уның Рәсәйҙә бигерәк тә былтыр һәм быйыл үҙәккә сыҡҡаны билдәле. Рәсәйгә ҡарата ҡулланылған тыйыуҙарҙан һуң уҙған 10 ай һөҙөмтәһе буйынса илдең үҙ-үҙен ашата алыуы тураһындағы һығымтаны яһап була. Ә бының өсөн заманса эшләргә лә кәрәк, әлбиттә - дотациялар ҙур файҙа булып әйләнеп ҡайтырға тейеш. 

Фото №1 - Крәҫтиән өсөн миҙгел бик уңайлы

Республика баҫыу-ҡырҙарындағы бөгөнгө хәл менән ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек бүлеге етәксеһе Ирек Сураҡов таныштыра. 

   

Ирек Сураҡов:

 

- 30 район мал аҙығы әҙерләүгә тотондо, 11 мең гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр сабылды. 6 төбәктә сенаж һала башланылар. Былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға әҙерәк, сөнки ямғыр кәрәкле дымды биреп кенә ҡалмай, эште лә бер ни тиклем тотҡарлай. Райондарға "йәшел ураҡ"ҡа тиҙерәк төшөргә тәҡдим итәбеҙ, юғиһә һәр һуңланған көн мал аҙығының сифатын 1 процентҡа кәметә.

Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Асыҡ студия
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
Асыҡ студия
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии