Һуғыш балалары - тарих яралары

Һуғыш ҡыҙҙары һәм малайҙары...

Фото №1 - Һуғыш балалары - тарих яралары

Бөйөк Ватан тураһында күп яҙылған, ә ошо осор балалары хаҡында материалдар бик әҙ. Бөгөнгө тапшырыу шанлы йылдарҙың михнәтен үҙ иңендә татыған балаларға арнала. Танылған шағирә һәм журналист Зөһрә Ҡотлогилдина менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.

 

 

- Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы, бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан “Һуғыш балалары – тарих яралары” тип аталған китап сығарғайнығыҙ. Ә “Һуғыш яралаған бала саҡ“ китабы 70 йыллыҡ айҡанлы донъя күрҙе. Икенсе китап беренсеһенең дауамымы?

 

- Эйе, дауамы. Шул уҡ тема. Һуғыш балаларының хәҙер инде тыл ветерандарының һуғыш ваҡытындағы иҫтәлектәре тупланған был китабымда. Яңы геройҙар. Яңы хәтирәләр. Башҡортостанда, Силәбе, Һамар өлкәһендә, Татарстанда йәшәгән ветерандарҙың яҙмаларын уҡырға була. Быға тиклем һуғыш ветерандарына иғтибар күп булды. Хәҙер улар арабыҙҙан китә, һирәгәйә. Шуға ла һуғыш балалаларына иғтибар көсәйә башланы. Улар ҙа Бөйөк Еңеү өсөн ҙур өлөш индергән. Балалар һәм үҫмерҙәр ниндәй генә эш башҡармаған. Башаҡ сүпләгән, картуф йыйған, арыш, бойҙай баҫыуын утаған. Минең әсәйем 15 йәшендә генә тракторҙа эшләй башлаған. Ҡышҡы һалҡындарҙа бәләкәс кенә ҡулдары боҙло металға йәбешеп туңып ҡалған...  

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии