Эсергәме икән, эсмәҫкәме икән?

Рәсәй эскелек һаҙлығына бата бара. Быға ҡаршы дәүләт тә, йәмғиәт тә төрлө ысулдар менән көрәшеп ҡарай, әммә һаҙлыҡты киптереп булмай әле. "Ҡоро закондар" ҙа әллә нисә мәртәбә индерелеп ҡаралды, ләкин көтөлгәнгә үк өлгәшелмәне. СССР президенты Горбачев та, бөгөн килеп, 80-се йылдар уртаһындағы был кампанияның хата булғанын таныны бит, быны яйлап тормошҡа ашырырға кәрәклеген белдерҙе. Бөгөн әл-ҡөһөлгә хаҡтың күтәрелеүе күпләп уның түбән сифатлыһын алыуға килтерҙе. Һөҙөмтәлә, беренсенән, бюджетҡа килем кәмене, икенсенән, бының менән мауығыусыларҙың һаулығына зыян килә. Артабан ни эшләргә? Ғөмүмән, эсергә микән, эсмәҫкә микән, тип һорау дөрөҫ ҡуйыламы ул? Мәсьәлә йомшаҡ билдәләнеп, икеләнеүгә урын ҡалдырыла түгелме? Ҡалдырылмаһа, сама белгәндәрҙең хоҡуғын ҡыҫылмаймы? Бөгөнгө "Асыҡ студия"ла медицина фәндәре докторыТәлғәт Зөлҡәрнәйев һәмфәлсәфә фәндәре докторы Гүзәл Уйылданова, шулай уҡ радиопроекттың тотош ижади төркөмө менән ошо һорауға яуап эҙләй.

Фото №1 - Эсергәме икән, эсмәҫкәме икән?

 

Тәлғәт Зөлҡәрнәев:

 

- "Ҡоро закон"дар бөтә яҡлап камил тип булмай, улар сифатһыҙ шыйыҡсалар эсеүгә килтерә.Тыйыу менән еңеүе ауыр. Яңы йыл байрамында, төрлө тантаналарҙа бер бокал шампан шарабын уртлап ҡуйыу - минеңсә, матур ғәҙәт. Мәҙәниәтле итеп ирен тейҙереп алғандан хәүеф әҙ. 

 

Гүзәл Уйылданова:

 

- Бөтөнләй эсмәҫкә кәрәк, бөтәһе лә шунан башлана. Бер кем дә алкоголик булам тимәй бит.

 

Редакциянан:

 

Хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙҙың өлөшләтә ҡапма-ҡаршы фекерҙәрен, быға аргументтарын тапшырыуҙы тыңлап белегеҙ.

Яҙғы сәсеү эштәре
Асыҡ студия
Махсус хәрби операция. Башҡортостан республикаһының хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов.
Асыҡ студия
Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии