Хеҙмәт түләнеүе менән күркәм

Президент Путин ҡайһы бер сит илдәр менән алыш-биреш итеү өлкәһендәге яуап булараҡ индерелгән тыйыуҙарҙы бер йылға оҙайтты. Ҡара исемлеккә һыйыр, сусҡа, ҡош ите, балыҡ, һөт аҙыҡтары, емештәр, сәтләүек һәм башҡа төрлө ризыҡ инде. Йәғни уларҙы үҙебеҙ етештерәбеҙ, импортты алмаштырабыҙ, ауыл хужалығы йәнә үҙәккә сыға. Сыға ла ул, тик унда эш хаҡы буйынса проблема дауам итә: беренсенән, ул ныҡ әҙ, икенсенән, ваҡытында түләнмәй. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов үткән аҙналағы кәңәшмәлә был яҡлап иң тәүҙә ауыл хужалығын атаны ла бит. Хәбәрсе Рәсүл Сәғитов ошо турала Агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюздары республика комитеты рәйесе урынбаҫары Илфат Әлмөхәмәтов менән һөйләшә. 

Фото №1 - Хеҙмәт түләнеүе менән күркәм

 

Илфат Әлмөхәмәтов:

 

- Профсоюз ойошмалары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бөтә райондарҙа ла юҡ. Агросәнәғәт үҫешкән төбәктәрҙә эш хаҡы юғарыраҡ та, ваҡытында ла түләнә.

 

Редакциянан: эш хаҡы ваҡытында түләнмәгән осраҡта ҡайҙа, нисек мөрәжәғәт итергә кәрәклеген тапшырыуҙы тыңлап белергә мөмкин.

 

Туғанлыҡҡа тиң ул яҡташлыҡ
Туғанлыҡҡа тиң ул яҡташлыҡ
Асыҡ студия
Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Тура бәйләнеш: тура һәм аныҡ һөйләшеү
Асыҡ студия
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
Асыҡ студия
Уфимская волна
Акции БСТ