Мәғлүмәт заманында йәшәйбеҙ. Уны эҙләйбеҙ, табабыҙ, һаҡлайбыҙ, ҡурсалайбыҙ, тапшырабыҙ, күсереп алабыҙ, юҡҡа сығарабыҙ. Шулай тигәс, радио тыңлаусыбыҙҙың күҙе алдында компьютер баҫҡандыр, сөнки дәүерҙең хужаһы ла, эшсеһе лә, ҡоралы ла - ул. Ошо әйткәндәребеҙ ҙә, бына, компьютерһыҙ ғына тормошҡа ашмай. Шуға күрә уны ололауҙы, ҙур мәртәбә итеп күреүҙе аңларға ла булалыр, әммә… Был хаҡта шулай йомшартыбыраҡ белдерәбеҙ, сөнки уның теләгәнсә үк ышаныслы булмағанын беләбеҙ. Әле "эҙләйбеҙ", "тапшырабыҙ", тип байтаҡ ҡылымды теҙеп алып киткәндә лә "һаҡлайбыҙ", "ҡурсалайбыҙ" тигәндәре бигүк ҡаты әйтелмәне бит, "юҡҡа сығыу" мәғәнәһендәге һуңғыһында ҡатылыҡ күберәк булманымы икән әле?.. Был раҫлауҙа ла дөрөҫлөк юҡ түгел бит, компьютер белгестәре ошо проблема буйынса ана күпме конференция уҙғара. Шуға күрә иң ышаныслы мәғлүмәт сығанағы булып әлеге лә баяғы китап ҡала ла шул. Китап бөгөн дә - донъя күләмендәге ҙур-ҙур саралар уртаһында. Үткән аҙнала Мәскәүҙә тотош Ҡыҙыл майҙанды тигәндәй тултырҙы - унда өс көн буйы "Рәсәй китаптары" фестивале барҙы.
Рәсүл Сәғитов ошо һәм башҡа мәсьәләләр тураһында Башҡортостан дәүләт “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов менән әңгәмәләшә.
Илһам Йәндәүләтов:
- Фестивалдә беҙҙең стенд иң уртала урынлашты, ил президенты Владимир Путин килде, китаптарҙы ҡараны. Сағыу тышлы һәм йөкмәткеле байтаҡ баҫма алып барҙыҡ. Ҡунаҡтар күберәк тарих, балалар әҙәбиәте, фотоальбомдар менән ҡыҙыҡһынды. Илдең баш ҡалаһына беҙ ошоғаса ла, яҙлы-көҙлө, бара торғайныҡ, был юлы табышты байтаҡҡа күберәк алдыҡ.
Үҙебеҙҙең республика райондарында күсмә сауҙа киләсәктә лә дауам итәсәк. Китап таратыуҙың бер һәйбәт ысулы булып яңы ғына башланған акция тора: айырым кешеләр йәки ойошмалар беҙҙең магазиндан китап ала ла мохтаждарға бушлай тапшыра.