Эшсе һөнәрҙәр атласы

Студия ҡунағы – Өфө ҡалаһының халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге инспекторы Гөлсибәр Батраева. Тапшырыуҙы Вадим Лаврентьев алып бара.

Фото №1 - Эшсе һөнәрҙәр атласы

 

Һуңғы йылдарҙа эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж артҡандан-арта. Шулай ҙа мәктәпте тамамлағас сығарылыш уҡыусылары һөнәри лицей йәки училищеларға түгел, ә тура юғары уҡыу йорттарына юл тота. Бөгөн вуздарҙы тамамлап, эшһеҙ йөрөгән юристар, бухгалтерҙар, иҡтисадсылар, уҡытыусыларҙы аҙым һайын осратырға мөмкин. Уларҙың күбеһе Себер тарафтарына юлланырға мәжбүр. Ә республикала эшселәр етешмәй. Бөгөн хеҙмәт баҙарында ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж күберәк? Эшсе һөнәренең абруйын нисек күтәрергә?

 

Гөлсибәр Батраева: 

 

- Бөгөн Республикала хеҙмәт баҙарында күберәк эшсе һөнәр эйәләре талап ителә. Вакансиялар банкын асып ҡараһаҡ, унда водитель, арматурасы, иретеп йәбештереүсе, ташсы, бетонсы, маляр кәрәк. Эш хаҡы ла аҙ түгел. Мәҫәлән, водитедгә 25 мең һум, малярға 19 мең һум, һатыусыға 20 мең һум түләргә вәғәҙәләйҙәр.

Өфө ҡалаһының халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә килеүселәр Мәскәү йәки Себерҙәге предприятие-ойошмаларға эшкә урынлаша ала. Бының өсөн скайп аша әңгәмәлешеү ойошторола. Кандидаттарға алыҫҡа йөрөргә кәрәкмәй. Ведомство ышаныслы һәм һыналған эш биреүселәр менән генә килешеү төҙөй. Хеҙмәт биржаһында һәр кесаҙна вакансиялар йәрминкәһе үтә.

Өфө ҡалаһының халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә һөнәри йүнәлеш һайларға ярҙам итәләр. Профориентация буйынса тестар үткәрелә, психологтар эшләй. Шулай уҡ юристарға мөрәжәғәт итергә була. Хеҙмәттәр түләүһеҙ күрһәтелә.

Йәйге осорҙа үҫмерҙәр ваҡытлыса эшкә урынлаша ала. Бының өсөн ата-әсәнең һәм мәктәптең рәхсәте кәрәк. Бәлиғ булмағандар өсөн тулы булмаған эш көнө ҡаралған.

 

Өфө ҡалаһының халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең адресы:

 

Ибраһимов бульвары, 47/1

Бәйләнеш телефоны: (347) 251-51-55.

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями