Күптәр өсөн ауыл хужалығы эштәренән дә мөһимерәк миҙгел бара хәҙер. Хәйер, яҙҙан бирле шулай - уның бер нисә көнөндә тапшырылған берҙәм дәүләт имтихандары йылды, йылдарҙы туйҙырырлыҡ булды. Шул көндәрҙә ыңғырашыу йә ыңғырашмауҙан бөгөнгө һайрашыу-һайрашмау тора. Хәбәрсе Рәсүл Сәғитов ошо турала Башҡорт дәүләт университеты ҡабул итеү комиссияһының яуаплы секретары Ринат Төлкөбаев һәм Циолковский исемендәге Мәскәү дәүләт авиация-технология университеты студенты Гөлкәй Һеләүһенова менән һөйләшә.
Ринат Төлкөбаев:
- Көндөҙгө бүлеккә, бюджет урындарына ғаризалар 24 июлгә тиклем ҡабул ителә. Ситтән тороп, аҡса түләп уҡыу буйынса даталарҙы уҡыу йорттары үҙҙәре билдәләй, БДУ-ла ғаризаны 20 авгусҡаса бирергә мөмкин. Был - бюджетҡа үтмәгәндәр өсөн бик уңайлы. Былтырғынан айырма бар - беренсе приказ буйынса дөйөм урындарҙың 80 процентына ғына алабыҙ. Документтарының төп нөсхәләрен 3 авгусҡа тиклем килтереүселәр ошо процентҡа инә. Икенсе этап - 7 август, ҡалған 20 процент шунда тултырыла. Үткән йыл беренсе этапҡа килмәгәндәрҙе икенсе этапҡа алманыҡ, быйыл барыһын да алабыҙ.
Гөлкәй Һеләүһенова:
- Беҙҙә лә хәҙер - ҡыҙыу мәл. Шылтыраталар, күпселектә улар - ата-әсәләр, инеү-инмәү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһыналар. Яуап бирәбеҙ, тынысландырабыҙ. Әлегә техник вуздар менән эшләйбеҙ, киләһе йыл гуманитар йүнәлеште лә ҡарарға уйлайбыҙ.