Һорау, ғәҙәттәгесә, асыҡ һәм аныҡ ҡуйыла-ни өсөн бысратабыҙ һәм быға кем ғәйепле? Ауылдарҙа сүплек өйәбеҙ, ҡалала подьездарҙы сүп-сарға тултырабыҙ, урамдарҙы хатта үткеһеҙ итәбеҙ. Тәмәке, көнбағыш, тышлыҡтар, төрлө һауыттар, ҡыҫҡаһы, ниндәй ҡалдыҡтарҙан сүплек өйгәнде һанап тормаҫҡа ла мөмкин. Өйҙән сыҡҡас та-бысратырға мөмкин, имеш. Закондар ҙа юҡ, йәнәһе. Һинең көнбағыш ҡабын ҡайҙа ырғытыуың кемгә хәжәт, йәғни? Ә беҙҙең башҡалалағы ҙур сүплек-полигон нимә эшләй әле?! Унда урындар ҡалғанмы? Ауылдарҙағы дөйөм сүплектәр йорттарға терәлә башлаған, ти бит. Ошолар һәм башҡалар хаҡында бөгөнгө "Асыҡ студияла" журналистар һәм эксперт - Өфө махсус автохужалыҡ директоры урынбаҫары Ринат Биккинин уйланды, анализланы, һығымта яһаны. Алып барыусы - Гүзәл Ситдиҡова. Тыңлайбыҙ һәм комментарийҙар менән бәхәскә ҡушылабыҙ.