Фәнде ярат һәм фатирлы бул!

Өфөлә бер төркөм йәш ғалимдар фатирлы булды! Бөгөнгө Асыҡ студия ошо ҡыуаныслы хәбәрҙән башланды. Кисә генә фатир алған йәш ғалимә, филология фәндәре кандидаты,  студия ҡунағы Ишкилдина Линараны ҡотлап, фән тураһында уйланыуҙарҙы тапшырыу эксперты-тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев һәм алып барыусы Гүзәл Ситдиҡова бергә дауам итәбеҙ.

Фото №1 - Фәнде ярат һәм фатирлы бул!

Элек фәнгә ҡараш ниндәй ине? Бөгөн? Фатир биреү-фәнгә булған мөнәсәббәт үҙгәрә тигән һүҙме? Ә эш хаҡтары? Ә киләсәк мөмкинлектәр? Ни өсөн йәштәр фәнде һайлау, фәнде үҫтереү, халҡына, иленә хеҙмәт итеү урынына, шәхси фирмаларҙа бил бөгөүҙе дөрөҫөрәк тип таба? Һәм был да дөрөҫмө? Ни өсөн? Фәнгә, айырыуса гуманитар фәндәргә булған ҡараш ҡасан үҙгәрер? Йәнле бәхәс, ҡыйыу фекерҙәр, тәрән уйланыу һәм киләсәккә лә яуабы күренмәгән асыҡ һорауҙар беҙҙең тапшырыуҙа!

Комментарийҙар ҡалдырабыҙ. Фекер-тәҡдимдәр еткерәбеҙ. 

Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 1-се өлөш.
Асыҡ студия
Ветеринария. Ҡош киҙеүе. Прививкалар. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти