Шәжәрәлә халыҡ тарихы

Студия ҡунаҡтары – Башҡортостан Үҙәк тарих архивының бүлек етәксеһе Зөлфәр Ғәтиәтуллин һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янындағы Йәштәр советы рәйесе Рәмзил Байназаров.

Фото №1 - Шәжәрәлә халыҡ тарихы

 

Билдәле шағир-мәғрифәтсе, ғалим Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев шулай тип яҙып ҡалдырған: "Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе – үҙеңдең сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды белеү, икенсеһе – йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм өсөнсөһө – хандар тураһындағы риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү". Шулай итеп, башҡортта үҙеңдең ырыуыңды, хан һәм бейҙәрҙең генеалогик йылъяҙмаларын белеү һәр кемдең бурысы булған. Шуға күрә ҙур шәжәрәләр ҙә быуындан быуынға тапшырылып, киләсәк быуынға шәжәрә генә түгел, бихисап башҡорт ырыуҙарының генеалогик йылъяҙмалары ла килеп етә алған. Үҙенең тамырҙарын белгән ырыу юғалмаҫ. Тарихи үткәнебеҙ –бөгөнгөнөң, бөгөнгөбөҙ – иртәгәбеҙҙең таянысы. Шуға ла шәжәрәне ентекләп яҙып барыу һәм уны һаҡлау яуаплы эштәрҙең береһе.

 

Зөлфәр Ғәтиәтуллин:

Шәжәрәне тергеҙеү – ул халыҡтың тарихи хәтерен һаҡлап алып ҡалыу. Шәжәрә төҙөү боронғолоҡҡа ҡайтып ҡала. Ата-бабаларыбыҙҙың данлы үткәндәре, халыҡ йылъяҙмаһы шәжәрәлә сағылыш таба.

Шәжәрәне үҙаллы өйрәнергә мөмкин. Әммә боронғо документтарҙы тикшергәндә ҡыйынлыҡтар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Сөнки улар иҫке төркисә яҙылған. Шуға тәржемә талап ителә. Генеологияһын өйрәнергә теләүселәр Башҡортостан Үҙәк тарихи архивтың Уҡыу залында шөғөлләнә ала. Унда инеү түләүһеҙ, паспорт алып килергә һәм ғариза тултырырға кәрәк.  

 

Башҡортостан Үҙәк тарихи архивы адресы:

Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 4. Элемтә телефоны: 8 (347) 272-04-13

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Волна
Акции БСТ