Тарих үҙе тәрбиәләй

Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Тарих үҙе тәрбиәләй

 

- Әйткәнем дә бар: бөгөн беҙҙә туризм ғәҙәттә нисектер үтә тарайтылып, ябай ял рәүешендә генә ҡабул ителә. Уның бит башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәр, бүтән халыҡтар тормошон, уларҙың мәҙәниәтен тағы ла тәрәнерәк белеү мөмкинлеген биреүе һәм шулай итергә тырышыу мөһим. Һәм был йылдың һәр миҙгелендә лә башҡарылырға тейештер, сөнки, йәшерен-батырыны юҡ, йәй ҡайҙалыр, ярым яланғас килеш, ҡулға шешә тотоп, иркен баҫып йөрөү миҙгел тип тә ҡарала. Бынан сығып бөгөнгө заман турисының юғары мәҙәниәтле кеше булырға тейешлеге тураһындағы һығымтаны яһай алабыҙҙыр. Йәғни, мәҫәлән, Бөрйәнгә, Шүлгәнташ мәмерйәһенә, барырға ниәтләнелгәндә, йыбанмайынса, ихтирам йөҙөнән, башҡорт эпостарына, һәр хәлдә "Урал батыр"ға, исмаһам да күҙ йүгертеп сығырға кәрәк тәһә… Бына шунда инде сал  тарихҡа ҡағыла алырһың, бынан күңелең үҫеп китер.

   "Йылҡысыҡҡан"ды ябай күл тип кенә ҡарамаҫһың, һыуының һәр миҙгелдә лә кәмемәүен дә, артмауын да, серле күкһел төҫтә булыуын, унда балыҡтың, ғөмүмән бер ниндәй ҙә тереклектең булмауын кирелек тип түгел, ә мөғжизәле ысынбарлыҡ тип ҡабул итерһең, сөнки уға һин көнкүреши ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү - һыу инеү урыны тигән генә мөнәсәбәттә түгелһең инде. Һәм был һинең артабанғы тәртибеңә лә йоғонто яһар: тап ошо урында ашау-эсеүҙән дә тартынырһың, тамаҡ ялғаһаң да сүп-сарыңды ҡайҙа етте, шунда ташламаҫһың. Кәйефең күтәренке булһа ла артыҡ ҡысҡырып көлмәҫһең. Сөнки алда алынған белем һәм шуны күрә алыу һине  тәрбиәләй. Тарих үҙ тәрбиәләй…

Студияла Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллинды һәм "Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музейы директоры Айбулат Ғәбиҙуллин. 

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии