Ғүмер бер генә...

Программала Башҡорт Дәүләт Университетының психологик кәңәш биреү һәм психологик диагностика кафедраһы белгесе Әлфиә Байрамғолова, психиатрия белгесе Гөлнара Хөсәйенова, медицина фәндәре докторы, профессор, хирург, Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайының әүҙем ағзаһы Марс Юлдашев, Республиканың ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге педагог-психологы Ғәлиә Сәлихова, Башҡорт Дәүләт Медицина Университетының суд медицина экспертизаһы кафедраһы доценты, медицина фәндәре кандидаты Ғәлиә Вәлитова ҡатнаша. Авторы Зөһрә Арсаева.  

Фото №1 - Ғүмер бер генә...

 

20 секунд һайын доньяла бер кеше үҙ-үҙенә ҡул һала. Ғүмерен һәләк итеүселәрҙең иҫәбе енәйәт һәм һуғыш ҡорбандарының һанынан да күберәк. “Фәҡирлек, эшһеҙлек, яҡындарыңды юғалтыу, ғаилә проблемалары “хәүефле факторҙар” араһына инә”, - ти белгестәр.      

Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, суицидтар йыш ҡына иҡтисади һәм социаль яҡтан тотороҡһоҙ дәүләттәрҙә күҙәтелә. Ләкин был фекерҙе инҡар итерлек дәлилдәр ҙә табырға мөмкин. Мәҫәлән, Латин Америкаһы һәм Яҡын Көнсығыштағы байтаҡ ярлы илдәрҙә үҙ теләге менән яҡты донъянан китеүселәр һаны Көнбайыш европалағы бай дәүләттәргә ҡарағанда бик түбән.

Дин һәм суицид араһында тығыҙ бәйләнеш бар тип иҫәпләй белгестәр. Ислам дәүләттәрендә бындай хәлгә тарыусылар бөтөнләй юҡ тиерлек.

Көслө зат тип һаналған ирҙәр һәләкәт юлына йышыраҡ баҫа. Әле генә түгел, элек тә шулай булған.

Психолигия белгестәре әйтеүенсә, суицид дүрт стадиянан  тора. Яҡты донъя менән хушлашырға теләүсе маҡсатына ирешеү өсөн 2 айҙан бер йылға тиклем әҙерлек эше алып барыуы ихтимал. Төрлө илдәрҙә үткәрелгән йәмәғәт фекерен белешеү барышында, 80 процент үҫмерҙәрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыу тураһында уйланыуы асыҡланған.

Рәсәйҙә батша Пётр беренсе хакимлыҡ иткән заманда суицид ҡылырға маташыусыларҙы яуапҡа тарттырғандар. Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу кеше үлтереүгә тиң булған. Бөйөк Британияла 18-се быуаттан башлап 1961-се йылға тиклем был күренеш енәйәт һаналған. Аҫылынған йәки һыуға ташланған бәндә иҫән ҡалһа, уны төрмәгә ултыртҡандар, һәләк була икән, ғаиләһенең мал-мөлкәте монарх файҙаһына тартып алынған.  

Беҙҙең көндәрҙә Һиндостанда суицид эшләргә уйлаусы 1 йылға иркенән мәхрүм ителә йәки штраф түләй.

Үлемгә килтергән сәбәптәр араһында беренсе урында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары һәм яман шеш тора. Һигеҙенсе баҫҡыста суицид килә. Бөтә донья һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын бер миллиондан ашыу кеше үҙ ирке менән ғүмерен өҙә. 10 миллиондан алып 20 миллионға яҡыны башын элмәккә тыға.

20 секунд һайын доньяла бер кеше үҙ-үҙенә ҡул һала. Ошондай аҙымға баҫыусыларҙың иҫәбе енәйәт һәм һуғыш ҡорбандарының һанынан да күберәк. Уйланығыҙ! Ярҙам итегеҙ! Сөнки ғүмер бер генә.

 

 

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Уфимская волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии