Ир-егеттәрҙе һаҡлайыҡ!

Бөгөнгө программа көслө заттар тураһында. Һөйләшеүҙең темаһын “Ир-егеттәрҙе һаҡлайыҡ!” тип билдәләнек. 

Фото №1 - Ир-егеттәрҙе һаҡлайыҡ!

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар берлеге рәйесе Рәшиҙә Солтанова:

 

- Рәсәйҙә ирҙәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо 59-65 йыл самаһы. Көслө заттар ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда 10-15 йылға иртәрәк донъя ҡуя. Медицина белгестәре әлбиттә, бының сәбәбен асыҡлаған. Ирҙәр хәмерҙе күберәк һәм йышыраҡ эсә, тәмәке тарта, дөрөҫ туҡланмай, уларға ауыр физик эш башҡарырға тура килә.

Башҡортостанда үлем осраҡтары Ағиҙел ҡалаһында, Федоровка, Бөрйән, Учалы райондарында йышыраҡ теркәлә. Хеҙмәт йәшендәге ир-егеттәр вафат була. Был айырыуса үкенесле. Ҡайһы берәүҙәр ҡырҡ йәшен дә тултырып өлгөрмәй. Ауылдарҙы ҡарағыҙ әле, пенсия йәшендәге ир-егеттәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ.

 

2014 йылда Башҡортостанда 28 мең 697 ир-егет яҡты донъянан киткән. Был вафат булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың һанынан 4 меңгә күберәк. Хеҙмәткә яраҡлы көслө зат вәкилдәре гүзәл заттарға ҡарағанда 4 тапҡыр күберәк үлә. 

  

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар берлеге ун йыл дауамында “Ир-егеттәрҙе һаҡлайыҡ!” тип аталған акция уҙғарып килә. Был программа ирҙәрҙең һаулығын һаҡлау маҡсатында эшләй. Рәсәй ирҙәренең сәләмәтлек торошо һаулыҡ һаҡлау ойошмалары өсөн генә түгел, бөтә дәүләт, бөтә йәмәғәтселек өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш булырға тейеш. Шуға ла хөкүмәт кимәлендә махсус программа ҡабул итергә кәрәк. Ул етди һәм ҡаты булырға тейеш.

 

 

Яҙғы сәсеү эштәре
Асыҡ студия
Махсус хәрби операция. Башҡортостан республикаһының хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов.
Асыҡ студия
Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями