Ямғыр бөгөн ҡамасаумы?

Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Ямғыр бөгөн ҡамасаумы?

 

- Рәсәй тулайым эске продуктының быйыл тәүге ярты йыллыҡта, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 3, 4 процентҡа кәмегәне иғлан ителде, беләбеҙ. Йәл, әлбиттә, әммә рецессия дауам итә, ил үҫешкә иҫәп тота алмай. Ул ғына ла түгел, эксперттар Рәсәй иҡтисадының йыл аҙағына 1998 йылғы көрсөккә тартым хәлгә төшөрөн фаразлай.

Башҡортостанда, киреһенсә, ыңғай һандар атала: сәнәғәт етештереүе индексы былтырғы ошо осорға ҡарата - 102 проценттан ашыу. Ләкин был - дөйөм күрһәткес, әлбиттә - иҡтисадты түбән тартҡан тармаҡтар ҙа байтаҡ. Ауыл хужалығы ла бер нисә йүнәлеш буйынса - минуста. Бөгөн, сит илдәр йоғонтоһонан мөмкин тиклем ҡотолоу маҡсат итеп ҡуйылғанда, бының бер юлы итеп импорт алмаштырыу һайланғанда, һандар һаман яҡшыра барырға тейеш тә бит, ләкин статистика быны әлегә һис тә раҫламай.

Һәм беҙ бөгөн тап ауыл хужалығы тураһында һөйләшмәксебеҙ ҙә. Ураҡ барышын даими күҙәтеп, күрһәтеп барырға, тигән теләгебеҙ ҙә, йөкләмәбеҙ ҙә, бурысыбыҙ ҙа бар, быны тағы беп тапҡыр, бына, үтәйбеҙ ҙә. Бер нисә минуттан райондарҙағы хәлгә байҡау яһарбыҙ, хәбәрсебеҙ репортажын тамамлауға яҡын.

Cтудияла Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек бүлеге етәксеһе Ирек Сураҡов.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Акции БСТ