Киномобилдәрҙә генә елдереп...

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Башҡортостан кинематогрофистар союзы рәйесе Фәрит Фәтих улы Ғәбитов.

Фото №1 - Киномобилдәрҙә генә елдереп...

 

- Ә күпме улар кинематографтар беҙҙә - Башҡортостанда? Әллә шулай ҙа кадрҙарға ҡытлыҡмы?

- Бөгөн Рәсәй киноһы көнө. Кино - ул беҙҙең тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Әммә Рәсәй киноһына ихтыяж ниндәй?

- Бихисап төшөрөлгән заман фильмдары, сериалдар, йәғни күп сериялы фильмдар, уларға киткән сығымдар үҙен аҡлаймы?

- Башҡорт киноһына булған ихтыяж хаҡында һүҙ йөрөтөү артыҡ, булғанына шөкөр итеп, һәр береһен ҡәҙерләп кенә йөрөтәбеҙме?

- Киностудиябыҙ тулы ҡеүәһенә эшләй алмай, эшмәкәрлеген бик үк яйға һала алмай бит әле? Төп ҡаршылыҡ?

- "Башҡортостан" киностудияһында төшөрөлгән беренсе фильм? Башҡортостанда?

- Ә илебеҙҙә?  

- Быйыл «Башҡортостан” киностудияһына 25 йыл. Ошо ваҡыт эсендә төшөрөлгән фильмдарҙың прокат мәсьәләһенә килгәндә?

- Мәҫәлән, "Алтын атлы һыбайлыны" күрһәтә алмайбыҙ, сөнки ул беҙҙә төшөрөлмәгән, хоҡуғыбыҙ юҡ тип барабыҙ.  Уны "Мосфильмдан" һатып алып булмаймы?

- Ни өсөн Совет кинематографияһы юғары баһалана? Бөгөн дә?

- Һиндостан  кинолары нимәһе отошло ине? Болливуд менән хеҙмәттәшлек Советтар союзы өсөн нимә бирҙе?

- Ғөмүмән, Рәсәй киноиндустрияһында төп проблема - прокат мәсьәләһеме?

- Әлле уға техник мөмкинлектәр аҙлығы, һөнәрмән кадрҙар етмәүе лә ҡушыламы?

- Сөнки айырым уңышлы проекттар күп, ә дөйөм киноиндустрияһында эшләй белгән белгестәр әҙерләү юғыраҡ? 

- Халыҡ киноға йөрөһөн өсөн нимә эшләргә кәрәк? Кэмерондың өсөнсө фильмын көтөргәме?

- Америка Ҡушма Штаттарын алайыҡ. Улар күптән инде прокат иҫәбенә сыҡмай, ә кола һәм попкорн менән аҡса эшләй тип әйтәйек. Киноға йәштәр, балалар йөрөй. Попкорн ашарға. Беҙҙә лә ул система индерелде, үҙен аҡлаймы?

- Голливуд тураһында һүҙҙе дауам итһәк, мәҫәлән, Ҡытайҙа үҙҙәренең фильмдары юҡ, йә бюджет тулған саҡта ғына, Америка блокбастерҙарына урын бирәләр.

- Әммә Чапаев "Чапаев" фильмында әйткәнсә беҙгә донъя кимәлендә өйрәнергә кәрәк. Сит илдәрҙең тәжрибәһе менән уртаҡлашыуға килгәндә?

- Йәнә бер яғы, ҙур экрандар ҙур ҡалаларҙа ғына. Ә бәләкәй ҡалаларҙа, ауылдарҙа әйтерлек тә түгел. Хәйер, экран булыу менән дә халыҡ йөрөр инеме икән, өйҙә телевизор бар бит?

- Элекке кинолы мәҙәниле тормошто барыбер ҡайтарып булмаясаҡ?

- Башҡорт фильмдарына ла халыҡ ағылып йөрөй тип әйтә алмайбыҙ. Йәнә шул һайлау мөмкинлеге, сифат, прокат мәсьәләһеме? Әллә?..

- Кино өсөн уңайлы инвестициялар баҙарын булдырыу нисек булырға тейеш?

- Кино - коллектив кино ҡарауҙың мәҙәни мәғәнәһе нимәлә? 

 

Һорауҙарға яуаптар - беҙҙең тапшырыуҙа. 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Волна