2036 йылға ҡағыҙ матбуғаты юҡҡа сығасаҡмы?

Был аҙнала журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнөн билдәләнек.

Фото №1 - 2036 йылға ҡағыҙ матбуғаты юҡҡа сығасаҡмы?

Беҙҙә ҡунаҡта "Асыҡ студия"ның даими эксперты Азамат Юлдашбаев.

Әңгәмәне Гүзәл Ситдиҡова алып бара. 

 

 

-Бөгөнгө заман журналистикаһы ниндәй булырға тейеш тигән һорау бирер алдынан-холдингка ойошоп бөткәндән һуң Башҡортостандың милли баҫмалары-әле ниндәй хәл унда? 

-Журналистиканың, ғөмүмән, классик нигеҙҙәре бармы, әллә ул заман менән һәр саҡ бергә барырға тейешме?

-Бөгөн беҙ Көнбайыш медиа шарттарына яраҡлашырға, йә оҡшарға тырышабыҙмы?

-Бөгөн ниндәй жанрҙар актуаль һәм халыҡҡа үтеп инә? Ток-шоу, интерактив программалар…..Баҫмаларҙа?

-Халыҡтың шул уҡ милли баҫмаларға күпләп яҙылмауы уның ихтыяжын интернеттың ҡәнәғәтләндереүе менән аңлатыламы? Твиттер һәм фейсбук барҙа…..Ҡағыҙ матбуғаты бөтөү өҫтөндә? Ҡайһы-бер мәғлүмәттәр буйынса ул 2036-сы йылға тулыһынса бөтәсәк.

-Медиа хәбәр ебәреүҙең төп транспорты-интернет. Һөнәрмән журналистҡа ул конкурентмы? Һәм бар халыҡ өсөн ул медия ролен уйнай аламы?

-Икенсе яҡтан, халыҡ киң мәғлүмәт сараларына мәғлүмәтте кеҫә телефонынан да ебәрә ала. Аудіо-видео-фото….

-Өсөнсө яҡтан, мәғлүмәти ағым шул тиклем көслө, ниндәйҙер мәғлүмәт менән кешене оҙаҡҡа аптыратып та, уға йәмғиәт фекерен көсләп тағып та булмай. Украина кеүек көн һайын йыл буйы ғына һөйләмәгәндә…..

-Бөгөн журналистарға еңелдән түгел. Ни өсөн? Сөнки мәғлүмәти ағымдың күплеге, фейк мәғлүмәттәр быға булышлыҡ итә. Фактчекинг –йәғни мәғлүмәтте дөрөҫ итеп һайлай белмәгәндә, ул хаосҡа килтерәсәк. Ә факт-ул Зимбабвела ла факт. /Ул ҡат-ҡат тикшерелергә тейеш/.

-Фактоид тигән төшөнсә лә бар. Булмаған дәлилде медиаға сығаралар ҙа, ул көслө реакция ала. Шуға ла 150 каналдың барһына ла ышанырға ла ярамай.

-Йәнә уҡыусы, тамашасы үҙе теләгәнде комментарий фукнцияһында яҙа ала.

-Ғөмүмән, онлайн-медиа хаҡында һүҙ йөрөтһәк? Бөгөн үк ҡайһы-бер баҫмалар мәҡәләнән өҙөк кенә тәҡдим итә. Ҡалғанын йә һатып алаң, йә гәзитте алып уҡыр өсөн реклама булып хеҙмәт итә был ысул. Кемдәр материалды һатып алырға тәҡдим итә, кемдер тулыһынса гәзитте алыуҙы талап итә.

-Әммә тағы ла был мәғлүмәти жанрҙар өсөн, сифатлы аналитик репортаж, күләмле  материалдар нисек әҙерләнеп өлгөрөлһөн, бында уҡыусы, тыңлаусы тиҙлек һәм оперативлыҡ өсөн түләй. 

-Ул саҡта креатив заман башҡорт журналистикаһы ниндәй булырға тейеш?

-Әгәр дөйөм Рәсәй журналистикаһы социалистик һәм буржуазия төрҙәре нигеҙендә барлыҡҡа килһә, беҙҙә миллилек тигән төшөнсә лә өҫтәлә.

-Рәсәй үҙәк телевиедние каналдары, радиоканалдары, баҫмалар ҡуйған стандарттар бар. Заманса тип әйтәйек. Һәм миллилек. Креативлыҡ хаҡында һүҙ алып барғанда миллилек нисәнсе урында булырға тейеш?

-Тәүҙә эшсе кеше образы булды, унан 90-сы йылдарҙа криминал темаһы төп темаға әйләнде. Бөгөн нисек?   /сәйәсмәндәр, шоу-бизнес, коммерция/

-Бөгөн хатта гәзит-журналдар ҙа реклама менән көн итергә мәжбүр. Милли баҫмаларҙа был рәүешле аҡса эшләү ни кимәлдә отошло, яйлы һәм мөмкин?

-Бөгөн журналистика интернетта йәшәй. Интернетта интервьюлар ойоштороп ҡына популярлыҡ яуларға мөмкин. Мәғлүмәт сараларына сығып тормайса.

-Беҙ барыбыҙ ҙа телевизор ҡарайбыҙ. Һеҙҙеңсә, ниндәй тапшырыуҙар заман журналистикаһының сағыу өлгөһө  булып хеҙмәт итә һәм ҡайһыларын кисә үк актуаль түгел ине.

-Шулай ҙа дүртенсе власть статусын юғалтмаҫ өсөн бөгөнгө журналистиканан талап ителә?

 

Яуаптар - беҙҙең тапшырыуҙа. 

 

 

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ